«Йәшлек» гәзите » Спорт » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шәйнур Баймырҙин - милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы!



31.03.2016 Шәйнур Баймырҙин - милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы!

Шәйнур Баймырҙин - милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы!Ошо көндәрҙә Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда милли көрәш буйынса бөтә Рәсәй кимәлендәге ярышта ауылдашыбыҙ, Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында йәшәүсе Шәйнур Баймырҙин Рәсәй чемпионы булды.
Йәш батыр әлеге көндә Сибай башҡорт гимназияһының 8 "А" класында белем ала. Әйтергә кәрәк, Баймырҙиндәр ауылыбыҙҙың иң уңған тырыш, өлгөлө ғаиләһенән һанала. Ғаилә башлығы Кәбир район үҙәгендә спорт секцияһын алып бара, ауылдың киләсәге өсөн янып йәшәүсе илһөйәр староста вазифаһын башҡара, ә ҡатыны Зөһрә президент тарафынан "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнеүсе һоҡланғыс әсә. Ғаиләләрендә аҡыллы, тәүфиҡле, тырыш, үҙҙәре һымаҡ эшһөйәр 5 бала тәрбиәләйҙәр.
Ауылыбыҙҙы данға күмеүсе йәш баһадирҙең оло еңеүе менән ғорурланып, ҡыуанып уға тағы ла яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға