«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфөләр мәргәнлеген иҫбатлай



30.11.2010 Өфөләр мәргәнлеген иҫбатлай

йәки Волков голдар иҫәбен асты
Өфөләр мәргәнлеген иҫбатлайБулдырһа, булдыра икән… Бына инде алты уйын рәттән «Салауат Юлаев» командаһы боҙ майҙанынан мәрәйһеҙ ҡайтмай. Бигерәк тә һуңғы өс осрашыуҙа юлаевсылар дәғүәсенең ҡапҡаһына 15 шайба индереп, үҙенекенә бары бер генә шайба үткәртте. Бында өфөләр ҡапҡаһын һаҡлаған Эрик Эрсбергты маҡтағандан ғына түгел. Ә хоккейсыларҙың үҙ зонаһында оҫта һаҡланыуы ошо һөҙөмтәгә килтерҙе. Әл­биттә, Эрик та айырым маҡтауға лайыҡ. Ул, өс уйында бер генә тапҡыр хаталанып, ике осрашыуҙа ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдырҙы. Ғөмүмән, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре КХЛ беренселегендә ҡыҫҡа ғына булған тәнәфестән һуң ярайһы ғына алға китеш алып, көйәрмәндәренә һөҙөмтәле матур хоккей күрһәтә. Әлеге уҙған осрашыуҙа ла улар, «Металлург» /Ново­кузнецк/ ҡапҡаһын һигеҙ тапҡыр утҡа тотоп, хоккей һөйөүселәргә байрам өҫтәне.
Һөҙөмтәгә юлаевсылар­ҙан Раду­лов, Антипов, Нильссон, Торесен, Блатяк, Григорьев, Григоренко һәм Клепиш иреште. Бында йәш һаҡсы, «Толпар» командаһында уйнап, ағаларына ярҙамға килгән Михаил Григорьев айырым маҡтауға лайыҡ. Ул, бөтә яуаплылыҡты үҙенә алып, ҡунаҡтар оборонаһын йырып сыға һәм матур гол индерә. Афарин! Шулай уҡ яҡташыбыҙ, КХЛ беренселеге башланғаны бирле уңышҡа ирешә алмаған һөжүмсебеҙ Игорь Волков та, ниһайәт, сәпкә эләкте. Ул «Себер» менән уйында ошо уңышҡа ирешкәйне.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы, 29 уйындан һуң 55 мәрәй яулап, турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысына үрмәләне.
Магнитогорскиҙың оҙаҡ ваҡыт лидер булып таныл­ған «Металлург»ы нишләптер һуңғы осрашыуҙарҙа мәрәйҙәр өләшә башланы. һуңғы уйында улар ҡунаҡта «Нефтехимик»ҡа 8:1 иҫәбенә отолдо. Хәҙер улар­ҙы «Динамо» /Мәскәү/ хоккейсылары ҡыҫырыҡлап, юғары урынға сыҡты. Өсөнсөлә – «Локомотив» /56 мәрәй/. Беренселек дебютанты – «Югра» уйынсылары, уңышлы старт алғандан һуң, һуңғы ваҡыт ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Был турҙа улар «Трактор»ға буллит серияһында еңелде. ҡалған уйындар ошондай иҫәпкә тамамланды: «Динамо» /Рига/ – «Себер» – 3:2, «Атлант» – «Локомотив» – 2:3, «Витязь» – «Торпедо» – 4:3, ЦСКА – «Амур» – 5:3, «Аҡ барс» – «Автомобилист» – 5:1, «Спартак» – «Авангард» – 2:5.
Бөгөн өфөләр Силәбелә урындағы «Трактор» командаһы менән сәкәләшәсәк. «Трактор» әлегә 29 уйындан һуң 36 мәрәй менән 17-се урында килә.

Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға