«Йәшлек» гәзите » Спорт » Сергей Михалев «Салауат Юлаев»ҡа килде



13.02.2015 Сергей Михалев «Салауат Юлаев»ҡа килде

Сергей Михалев «Салауат Юлаев»ҡа килде Хоккей белгесе Сергей Михалев миҙгел аҙағына тиклем «Салауат Юлаев» хоккей клубы генераль директорының ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.
67 йәшлек белгес команданың резервы, уның ойоштороу эше һәм киләһе миҙгелгә составты тулыландырыу менән булышасаҡ. Михалевҡа был эш таныш. Сөнки ул «Салауат Юлаев» командаһын өс тапҡыр – 1987 – 1990, 2005 – 2009 һәм 2011 – 2012 йылдарҙа етәкләй, 2008 йылда Рәсәй чемпионы итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға