RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Берҙәмлек менән көслөбөҙ», – ти Болгариянан еңеү яулап ҡайтҡан Сибай «йондоҙҙар»ы

27.06.2014 «Берҙәмлек менән көслөбөҙ», – ти Болгариянан еңеү яулап ҡайтҡан Сибай «йондоҙҙар»ы

«Берҙәмлек менән көслөбөҙ», – ти Болгариянан еңеү яулап ҡайтҡан Сибай «йондоҙҙар»ыБерҙәмлек, тигәндәй, ошо көндәрҙә Болгарияның Кране ҡалаһында “Болгар раузаһы” тип исемләнгән VI халыҡ-ара дуҫлыҡ, спорт һәм сәнғәт фестивале үтте. Сараның да ниндәйе бит әле! Унда донъяның төрлө мөйөштәренән көслө балалар йыйылғайны. Девизы иһә нәҡ шул татыу­лыҡ һәм берҙәмлек булдырыуға йүнәлтелде. Ҡыуаныслыһы шул: Башҡортостан намыҫын яҡлаған Сибай ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансамбле һәм “Йондоҙ” вокал-эстрада студияһы малай-ҡыҙҙары республика исеменә тап төшөрмәне. Тәүгеләре – (әйткәндәй, улар сит илгә беренсе тапҡыр бармай, һуңғы йылдарҙа Төркиә, Франция тарафтарын күреп ҡайттылар), икенселәре II дәрәжә дипломға эйә булды. Яҡташтарыбыҙға еңеү нисек бирелгән? Халыҡ-ара конкурс ниндәй тәьҫораттар ҡалдырған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында “Йондоҙ” вокал-эстрада студияһы етәксеһе Әлфиә Балхинаға мөрәжәғәт иттем:
– Хис-тойғолар аңлатып бөткөһөҙ, “йондоҙҙар”ым бындай кимәлдәге ярышҡа тәүге тапҡыр барыуҙарына ҡарамаҫтан, һынатманы, – тип башланы һүҙен Әлфиә Әсләм ҡыҙы. – Сибайҙан Өфөгә – автобус, унан Мәскәүгә поезда барҙыҡ. Баш ҡаланан Болгарияға самолетта остоҡ. Яҡшы итеп ҡаршы алдылар. Сит ергә яраҡлашыу, өйрәнеү йәһәтенән ике көн ваҡыт бирелде. Ә уныһы беҙгә репетициялар уҙғарыу өсөн ҡулай булды.
Коллектив менән яуланған II дәрәжә дипломдан тыш, иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау ҡағыҙы ла алып ҡайтҡан йәш йырсылар. Йәғни солис­тар араһында Илнара Хәсәнова менән Нәйлә Әхмәтғәлиева – 1-се, Ғәйсәр Рәхмәтуллин һәм Арыҫлан Солтанов 2-се урын яулап, 150 ҡатнашыусы араһында һыр бирмәгән. Ҡомда һүрәт эшләү, йөҙөү кеүек ярыштарҙа ла әүҙемлек менән айырылған сибайҙар. Алмас Ырыҫҡужин йөҙөүҙә 3-сө урынға сығып, еңеүҙәр һанын йәнә арттырған.
Ә бына “Йондоҙ” вокал-эстрада студияһының йәш таланттары милли кейемдә башҡорт йырҙарын башҡарыуы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Төрлө ерҙән килгән ҡатнашыусылар халҡыбыҙ рухы бөркөлгән, толом-толом сәсле, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле малай-ҡыҙҙарыбыҙ менән фотоға төшә торғас, йәш сибай­ҙар хатта ялҡып та киткән.
Йөҙҙәрендә шатлыҡ хисе балҡыған, күҙҙәрендә нур янған йәш артистар янына ыңғайлайым.
– Ғәйсәр Рәхмәтуллин булам, – тип үҙе менән таныштыра таланттарҙың береһе. – Сәйәхәтебеҙ шул тиклем оҡшаны. Бигерәк тә мәк сәскәләренең күплеге хайран ҡалдырҙы. Яңы дуҫтар таптым. Барыһы менән дә интернет аша бәйләнеш тотабыҙ.
– Ә минең күҙемде роза сәскәләре ҡыҙҙыр­ҙы, – тип һүҙгә ҡушыла Сулпан Буранҡаева. – Туйғансы Ҡара диңгеҙҙә һыу инеү һәм аттракционда йөрөү күңелебеҙҙә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.
Әлфиә Әсләм ҡыҙы әйтеүенсә, сара юғары кимәлдә ойошторолған. Матур итеп ҡаршы алыу һәм оҙатыу, балаларҙың ваҡытын дөрөҫ һәм файҙалы үткәреү – барыһында ла ҡатнашыусылар мәнфәғәте күҙ уңында тотолған. Баһалама ағзаларының да ғәҙел баһалауы фестивалдең бәҫен арттырған.
– Йәшерен-батырын түгел, бөгөн ҡайһы бер сараларҙа, хатта балалар араһындағы конкурстарҙа объектив баһа ҡуйылмай. Бында баһалама сығыштар һәм костюмдар буйынса ике төркөмгә бүленде. Сара аҙағында улар ҡатнашлығында «түңәрәк өҫтәл» үтте. Һәр баланы иҫләп, иҫкәрмә-тәҡдимдәрен еткереүҙәре оҡшаны, – тип фекерҙәре менән бүлешә вокал-эстрада студияһы етәксеһе.
Нисек кенә булмаһын, үҫеп килеүсе быуын менән эшләүе еңелдән түгел. Про­фессиональ оҫталыҡтан тыш, йыр уҡы­тыу­сыһына психолог та булырға тура килә. Әлфиә Балхинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, йәш таланттарҙы бындай сараларға алып йөрөү дәртләндерә генә.
– Әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башта балалар араһында тарҡаулыҡ та һиҙелгән булһа, саранан йөрөп ҡайтҡас, күҙгә күренеп берҙәмлек, бер-береһенә ярҙам итеү кеүек ыңғай сифаттары барлыҡҡа килде, – ти ул был хаҡта.
Болгариянан еңеүҙәр, бай тәьҫораттар менән ҡайтҡан малай-ҡыҙҙарҙы балалар ижады үҙәге янында ата-әсәләр, ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡаршы алған. Хис-тойғолар тантана иткән ерҙе ситтән күҙәткән берәү, яуҙан ҡайтҡандар, тип уйлар. Шулай булмай, балаларын Болгария һынлы Болгарияға ебәргән ата-әсә ете көндө нисек көтөп алғандыр, улар ғына белә.
Әңгәмә аҙағында Әлфиә Балхина Сибай ҡалаһының балалар ижады үҙәге директоры Элиза Кирәеваға рәхмәтен дә еткерҙе.
– Беҙҙең үҙәктә йәш таланттарҙы асыу, уларҙы дәртләндереү йәһәтенән күп эш башҡарыла. Бер нисә йыл рәттән сит илгә барыу ҙа – етәксебеҙ хәстәрлеге менән тормошҡа ашырыла. Ниндәй генә йомош менән мөрәжәғәт итһәк тә, кире ҡаҡҡаны юҡ, – тине Әлфиә Әсләм ҡыҙы.
Ысынлап та, һәр яуланған уңыштың башында баланың теләге менән бергә етәкселектең хәстәрлеге лә тора. “Гөлдәр” менән “Йондоҙ”ҙар ҙа еңеү артынан еңеү яулай










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына