RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхетле билет – тормош бүләге

02.05.2014 Бәхетле билет – тормош бүләге

Бәхетле билет – тормош бүләгеСалауат районының Ҡаратаулы ауылынан Әнис Зарипов Сочиҙағы Паралимпия уйындарын ҡарап ҡайта
– Яңы йыл кисәһендә “2014 йылда диңгеҙ буйына бараһың” тигән көлкөлө уйын билетын тартып алғас, әлбиттә, быға ышанманым. 53 йыл буйына диңгеҙҙе күрмәгәс, хәҙер олоғайған көнөмдә сәйәхәткә сығып китмәҫмен инде, тип ҡуйғайным, – тип һөйләп алып китте Со­чиҙағы Паралимпия уйындарында булып ҡайтҡан Әнис Зарипов.
– Ә шулай ҙа нисек Пара­лим­пиадаға барып эләктегеҙ һуң? – тип ҡыҙыҡһынам әңгәмәсемдән.
– Был уйындарға бәхетле билет тор­моштоң бүләге булғандыр, тип иҫәпләйем. Сөнки ғүмер буйы эш тә эш, бер ҙә бушап та, ял итергә аҡса туплап та булмай. Һөҙөмтәлә быға тиклем диңгеҙ түгел, хатта шифаханала ла ял итергә форсат табылманы. Бер көн кис таныштарым, сумаҙандарыңды йый, диңгеҙ буйына уйындар ҡарарға китәбеҙ, тигәс, башта аптыраным. Инвалидтарҙың Рәсәй спорт союзы президенты, “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте”, Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Флүр Нур­лығаянов, шулай итеп, көтмәгәндә миңә Сочиға бәхетле билетты тапшырҙы, – тине ул.
Әйткәндәй, Әнис Сәмиғулла улы Сочиға бер үҙе генә түгел, ә Стәр­летамаҡ, Өфөнән мөмкинлектәре сикләнгән ете кешенән торған делегация менән бара. Был делегация составында беҙҙең тағы ла бер яҡташыбыҙ, билдәле спортсы Минислам Вахитов та була. Уларҙы Сочиҙа бик яҡшы ҡаршы алып, Адлер шифаханаһына урынлаштыралар. Артабан делегация ағзаларының һәр көнө тәьҫораттарға, хәтирәләргә бай, тулы үтә. Улар Ҡышҡы Паралимпиада уйындарын асыу һәм ябыу тантанаһын ҡарай, шулай уҡ биатлон, сноуборд, хоккей һәм башҡа ярыштарҙа булып, спортсылар өсөн “көйә”.
– Сочи үҙенең мөһабәт биналары, алсаҡ кешеләре, һауаһы, тә­биғәте менән тулыһынса һөйөүемде яуланы. Унда бар ерҙә таҙалыҡ, тәртип хөкөм һөрә. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә бында бар шарттар ҙа булдырылған: һәр магазин эргәһендә пандустар, махсус ҡорамалдар, улар өсөн лифттар – бар нәмә уйланып эшләнгән. Ярыштарға килгәндә, инвалидтар (уларҙы был һүҙ менән әйтергә тел дә әйләнмәй) һау спортсыларға ҡарағанда ла икеләтә тырышты. Финишҡа килеп етергә әҙ генә ҡалғас, саңғыға ҡуйылған колясканан ҡолап төшөп, ҡулдары менән шыуышып, еңеүгә ынтылған спортсыны күреү генә ни тора?! Был минуттарҙа спортсылар менән бергә шатлыҡ тойғоһон да кисерәһең, әммә уларҙы ҡыҙғанып та ҡуяһың.
Өйгә ҡайтып, йоҡларға ятҡас, Сочиҙа булғаныма ышанманым, хатта төн уртаһында тороп, әллә төш булдымы икән, тип, билеттарымды аҡтарырға тотондом. Ысынлап та, ун көн әкиәт донъяһында булып ҡайттым. Диңгеҙҙе генә түгел, Паралимпиада уйындарын үҙ күҙем менән күрҙем. Бындай мөмкинлек биргән Флүр Фәтҡелғаян улына ҙур рәхмәтлемен, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Әнис Зарипов.
Шулай итеп, әңгәмәсебеҙ Әнис Сәмиғулла улы беҙгә бәйән иткән хәтирәләре хыялланырға кәрәк икәнен, уларҙың ҡасан да булһа тор­мош­ҡа ашҡанын дәлилләй. Тормош та көтмәгәндә ошондай бәхетле билеттарҙы һәр беребеҙгә бүләккә биреп торһон ине.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Салауат районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына