RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Паралимпия уты башҡорт бейеүе мәлендә ҡабыҙыласаҡ

28.02.2014 Паралимпия уты башҡорт бейеүе мәлендә ҡабыҙыласаҡ

Паралимпия уты башҡорт бейеүе мәлендә ҡабыҙыласаҡШаршамбыла Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында ошо турала һүҙ барҙы. Кәңәшмәлә БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Сергей Степанов, буласаҡ факелсылар ҡатнашты.
26 февралдә Чукот ярымутрауының иң ситке нөктәһендә – Дежнев морононда “Сочи – 2014” Паралимпия уты эстафетаһы старт алды. Ул һигеҙ федераль округ, 45 ҡала буйлап сәйәхәт итәсәк. Эстафета үҙенең бишенсе көнөндә Өфөгә килеп етәсәк. 51 кеше утты бер-береһенә тапшырасаҡ.
Был эстафета Паралимпия уйындары тарихында иң ҡыҙыҡлыһы тип билдәләнгән. Көн һайын ут бер федераль округтың ҡалаларында ҡабыҙыласаҡ, уны бер төбәктән икенсеһенә тапшырыу ысулы ла төрлө буласаҡ. Ҡояш яҡтыһы, һандал һәм сүкеш, рус мейесе, вулкан осҡоно – утты тоҡандырыу алымдары ла алмашынып торасаҡ.
3 мартта иртәнге сәғәт 11-ҙә эстафетаны Өфө ҡалаһы ҡабул итәсәк. Факелсылар М. Ға­фури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры янынан З. Вәлиди урамы буйлап баш ҡаланың тарихи үҙәгенә сығасаҡ. Артабан улар Пушкин, Ленин, Коммунистик, Цюрупа, Октябрь революцияһы, Совет, Туҡай, Зәки Вәлиди, Карл Маркс урамдары аша үтеп, Салауат Юлаев майҙанында туҡтаясаҡ. Бер көндә Паралимпия уты дүрт саҡрымдан ашыу араны үтәсәк.
Факел тотоп йүгереүселәрҙең иң йәше – ҡаяға үрмәләү буйынса Европа кубогы чемпионы, 14 йәшлек Дарья Кан. Уның менән бергә ишкәкле йөҙөү буйынса СССР чемпионы Рауил Тереғолов, Батырлыҡ өсөн ордены кавалеры, инвалид коляскаһында фехтованиела сығыш яһаусы Сергей Мозолькин, дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, саңғы ярышы һәм биатлон буйынса донъя чемпионаттары еңеүсеһе Ирек Зарипов, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, саңғы спорты һәм биатлон буйынса Паралимпия уйындары чемпионы Кирилл Михайлов, саңғы ярышы һәм биатлон буйынса Донъя кубогы призеры Александр Давидович та сығыш яһаясаҡ. Сара һуңында ут күсерелгән факелдар һәм махсус кейемдәр эстафетала ҡатнашыусыларға иҫтәлеккә тапшырыласаҡ.
Финиш урынында байрам тантанаһы үтәсәк һәм унда башҡорт ырыуҙары тураһындағы легенда нигеҙендә шоу ҡуйыласаҡ. Аҙаҡтан башҡорт бейеүе мәлендә дзюдо буйынса күп тапҡыр Рәсәй чемпионы, Европа чемпионаты призеры, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе Юрий Акшенцев Пара­лимпия утын ҡабыҙасаҡ. Әйткәндәй, ойоштороусылар ниндәй бейеү һайланғанын сер итеп тота.
Әлеге мәлдә баш ҡала хеҙмәттәре ҙур сараға етди әҙерләнә. Былтыр декабрҙә үткән Олимпия уты эстафетаһы алдындағы һымаҡ, коммуналсылар юлдарҙың таҙа булыуын тәьмин итәсәк. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә автомобилдәрен башҡа урын­ға туҡталҡаға ҡуйырға кәрәклеген алдан белдерә башланы.


Рауил ТЕРЕҒОЛОВ, иш­кәкле йөҙөү буйынса СССР чемпионы:
– Ғүмерҙә бер генә тапҡыр булған бындай сағыу, иҫтәлекле сарала ҡатнашырға мөмкинлек биргән өсөн ойоштороусыларға рәхмәт белдерәм. Үҙем инвалид булдым, шуға күрә лә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә нисек ҡыйын булыуы, уларҙың нимә кисереүе тураһында бик яҡшы беләм. Эстафетаға ныҡлы әҙерләнәм: көн һайын йүгерәм, велосипедта йөрөйөм.

Сергей МОЗОЛЬКИН, хәр­би хәрәкәттәр ветераны, Батырлыҡ өсөн ордены ка­валеры, фехтование буйынса күп тапҡыр Рәсәй чемпионы:
– Факел эстафетаһында ҡатнашыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Бик тулҡынланам, шуға күрә лә үҙемде рухи яҡтан әҙерләйем. Паралимпия уйындарында ҡатнашасаҡ беҙҙең спортсыларға яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүҙе һәм күберәк миҙалдар алыуҙы теләйем.

Дарья КАН, иң йәш факелсы, ҡаяға үрмәләү буйынса Европа кубогы чемпионы:
– Паралимпия уты эстафетаһында ҡатнашыуыма бик шатмын. Факел тотоп йүгерәсәгем тураһында клас­таштарым белә, моғайын, мине ҡарарға килер­ҙәр. Сочиҙа сығыш яһаясаҡ беҙҙең спортсыларға уңыш юлдаш булһын.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына