RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

13.09.2013 ҙур спорт тирәләй

Ауырыраҡ башланылар...

«Салауат Юлаев» хоккейсылары миҙгел башланғандан алып өсөнсө осрашыуын рәттән ситтә уҙғарҙы һәм әлегә һөҙөмтәһе күңелде йыуатырлыҡ ҡына.
Тәүге уйында «Торпедо» хоккейсыларынан буллит серияһында ғына өҫтөнлөк итһә, икенсеһендә «Аҡ барс»ҡа шул уҡ буллитта еңелде һәм әлеге Гагарин кубогын яулаусы «Динамо» (Мәскәү) командаһына бөтөнләй 4:1 иҫәбенә бирелде. Кисә кис улар «Витязь» менән уйнаны. Башҡаларҙан әлегә юғалтыуһыҙ СКА, «Динамо» (Рига), «Динамо» (Мәскәү) һәм «Барыҫ» клубтары килә.

«Салауат Юлаев» – миллиардерҙар исемлегендә

Сираттағы миҙгел алдынан КХЛ етәкселеге беренселектә ҡатнашасаҡ клубтарҙың бюджетын асыҡланы.
Иң күп аҡсаны хоккейсыларына СКА командаһы түләй. Улар бер миллиард 271 миллион һум аҡсаһын сарыф итһә, «Аҡ барс» бер миллиард 85 миллион һәм Магнитогорскиҙың «Металлург» етәкселеге бер миллиард 33 миллион һумын сығарып бирә. Беҙҙең «Салауат Юлаев» та уларҙан ҡалышмай. Өфө клубы был исемлектә дүртенсе тора. Улар бер миллиард 11 миллион һумын йәлләмәй. Ҡалған командалар­ҙыҡы миллиардҡа етмәй.
5. ЦСКА – 965,41 миллион һум. 17. «Витязь» – 392,09.
6. «Трактор» – 878,68. 18. «Амур» – 368,32.
7. «Динамо» (Мәскәү) – 865,55. 19. «Автомобилист» – 351,83.
8. «Авангард» – 862,02. 20. «Торпедо» – 351,77.
9. «Лев» – 741,60. 21. «Югра» – 347,82.
10. «Локомотив» – 716,37. 22. «Спартак» – 324,44.
11. «Донбасс» – 715,76. 23. «Динамо» (Минск) – 292,94.
12. «Атлант» – 613,1. 24. «Адмирал» – 287,62.
13. «Барыҫ» – 562,1. 25. «Динамо» (Рига) – 267,47.
14. «Нефтехимик» – 459,8. 26. «Металлург» (Нк.) – 194,11.
15. «Северсталь» – 445,59. 27. «Слован» – 186,01.
16. «Себер» – 406,63. 28. «Медвешчак» – 180,79 миллион һум.

Шулай уҡ, ҡайһы бер донъя кимәлендәге уйынсыларҙы КХЛ-да һаҡлап ҡалыр өсөн, КХЛ етәкселеге клубтарға уларҙың килемен арттырырға рөхсәт бирҙе. Улар дөйөм исемлеккә инмәй, күпме теләй, шулай һорай ала. Әлегә ул исемлеккә алты хоккейсы инә. Илья Ковальчук (СКА), Лео Комаров («Динамо» (Мәскәү), Антон Бабчук («Салауат Юлаев»), Александр Бурмистров («Аҡ барс»), Сергей Костицын («Авангард»), Александр Радулов (ЦСКА) һәм Руслан Федотенко («Донбасс»).

Көрәшселәр Олимпия уйындарында ҡаласаҡ

Халыҡ-ара Олимпия комитеты етәксеһе Жак Рогге, ойоштороусыларҙың ҡарарын ҡабул итеп, көрәш спорт төрөн уйындар исемлегендә ҡалдырыуҙы хуп күрҙе.
Сөнки быға тиклем ошо спорт төрөнән баш тартырға уйлағайнылар. Йәнәһе, ул күптәргә ҡыҙыҡ түгел һәм спортсылар араһында әһәмиәтен юғалтып бара. Уның урынына бейсболды индермәкселәр ине. Тик, Халыҡ-ара берләшкән көрәш федерацияһының ныҡышмалылығы менән киләсәктә көрәштең Олимпия уйындары исемлегендә ҡаласағына ышаныс уянды. Ҡыҙығыраҡ булһын өсөн уның ҡағиҙәләрен бер аҙ үҙгәртәсәктәр. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар араһында ауырлыҡ категорияларын да күбәйтәсәктәр.

Булғас, футбол иле булһын ул...

Киләһе йылда Бразилияла буласаҡ донъя беренселегенә эләгер өсөн төркөм уйындары үтте.
Рәсәй йыйылма командаһы үҙендә Израиль футболсыларын ҡабул итте һәм уларҙы 3:1 иҫәбенә еңеп, лидерлыҡҡа сыҡты. Хәҙер Фабио Капеллоның тәрбиәселәренә ҡалған ике осрашыуҙа юғалтыуһыҙ уйнап, чемпионатҡа тура сығыу мөмкинлеге бар. 11 октябрҙә улар Люксембургта урындағы команда менән осрашһа, 15 октябрҙә Әзербайжан командаһы менән уйнаясаҡ. Һуңғы тапҡыр Рәсәй футболсылары 2002 йылда ғына донъя чемпионатында көсөн һынай.

У. Е-ү Е-леү Т. и. Т. М.

1. Рәсәй 8 6 0 2 15 – 4 18
2. Португалия 8 5 2 1 16 – 8 17
3. Израиль 8 3 3 2 17 – 12 12
4. Төньяҡ Ирландия 8 1 3 4 8 – 14 6
5. Люксембург 8 1 3 4 7 – 19 6
6. Әзербайжан 8 0 5 3 4 – 10 5
Башҡа төркөмдәрҙән Аргентина, Япония, Австралия, Иран, Көньяҡ Корея, Коста-Рика, АҠШ, Италия һәм Голландия командаларын әле үк чемпионат­ҡа сығыуы менән ҡотларға була. Үҙ төркөмдәрендә буй етмәҫлек юғарыға күтәрелеп, уларға киләһе осрашыуҙарын тыныс күңел менән генә үткәрергә ҡалды. Шулай уҡ Бельгия, Германия һәм Швейцария уйынсылары ла бер аяғы менән финалда.

Колывановта өмөт уяттылар

«Өфө» футболсылары дүрт осрашыуҙа ла отолғас, ниһайәт, көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы.
Сираттағы турҙа Игорь Колывановтың командаһы чемпионат лидерҙарының береһе – СКА-Энергия клубын ҡабул итте һәм тәүге осорҙа уҡ ике яуап­һыҙ туп индереп, өҫтөнлөгөн уйын аҙағынаса һаҡлап ҡалды. Хәҙер улар, 12 турҙан һуң 19 мәрәй яулап, 6 – 8-се урындарҙы бүлешә.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына