RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Осҡандың офоғо киң

19.07.2013 Осҡандың офоғо киң

Осҡандың офоғо киңТөпкөл Әбделмәмбәт мәктәбенең биш уҡыусыһы Минскиҙа гер спорты оҫталары араһында үткәрелгән донъя чемпионатында тәүге урындарҙы яулаған
Ир-егеттең аҫылы эш өҫтөндә танылыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән. Йәнә, ир-егеттең тешенә түгел, эшенә ҡара, тигәне лә бар. Хәйер, халыҡ аҡылының тапҡырлығына, хаҡлығына хайран ҡала-ҡала байтаҡ теҙергә булыр ине мәҡәлдәрҙе. Ләкин һүҙем халыҡ ижады юҫығында түгел, ә ҡылған ғәмәлдәре менән әленән-әле хайран итә килгән ысын ир-егет тураһында.
Ул – Бөрйән районының Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) мәктәбе уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов. Зиннур Ғүмәр улының уҡыусыларының район, зона, республика, ил күләмендәге еңеүҙәренә өйрәнеп тә бөткәнбеҙ инде. Ә бына сит илгә сығып, беренсе урын алыуҙары бөтөнләй хайран итте. Эйе-эйе, тап шулай. 29 – 30 июндә Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы Минскиҙа үткән гер спорты оҫталары араһындағы донъя чемпионатында ҡатнашып, ярышҡа алып барған биш уҡыусыһы ла һәр ҡайһыһы үҙ йәш һәм ауырлыҡ категорияһында тәүге урындарҙы яулаған. Үәт, ҡыпсаҡтар, үәт, Бабсаҡ бей тоҡомдары, тип тел шартлатырға ғына ҡала.
Чемпионатта, профессионалдар менән бер рәттән, тейешле оҫталыҡҡа эйә булған һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша алыуы хаҡында хәбәрҙар булғас та заявка ебәрәләр. Әллә нисә иләк аша иләнеп, ошо кимәлдәге ярышта ҡатнашыу хоҡуғын яулай ҡыпсаҡтар.
Юлға 25 июндә үк сығалар. Белореттан Мәскәүгә поезд менән барып, артабан икенсе поезда Минск ҡалаһына юлланалар.
– Беҙҙең мәктәп уҡыусылары Айбулат Сөләймәнов, Марсель Ибәтуллин, Наилә Ғәлина, Алина һәм Батырша Боҫҡоновтар ярыштарҙың классик йүнәлештәгеһе буйынса көс һынашты. Уҡыусыларыбыҙҙың һәр береһе үҙ йәш һәм ауырлыҡ категорияһы буйынса төрҙә ал бирмәне. Герҙәрҙең ауырлығы ла, йәшкә ҡарап, төрлөсә. Мәҫәлән, төркөмдәге иң бәләкәй спортсы – 9 йәшлек Батыршаныҡы 4 килолыҡ ине. Ул өс минут эсендә шул герҙе 89 тапҡыр күтәрҙе. Алина – 10, Наилә 14 килолыҡ гер менән эш итте.
Беҙҙең балаларҙың башҡарыу техникаһы һәйбәт, таҙа, тип маҡтанылар. Улар гер күтәреүҙе башҡарған ваҡытта уҡ ҡул сабып, дәртләндереп торҙолар.
Сит илгә сыҡҡас, ике етәксе кәрәк ине – мәктәбебеҙҙең директоры Инсур Үтәбаев менән балаларҙы бергә алып барҙыҡ. Ҡайтҡанда бер көн Мәскәүҙе күрһәтеп алып йөрөнөк. Тәүге тапҡыр сит илгә сығып, ят ерҙәр күреп, уҡыу­сылар бик ҡыуанып йөрөп ҡайтты, – ти Зиннур Ғүмәр улы.
Әлбиттә, бындай сәфәр өсөн байтаҡ ҡына аҡса ла талап ителә. Әкиәттәге кеүек, “тылсымлы таяҡ” ярҙам иткән уларға был йәһәттән. Аһ-аһ, нисек, тиһегеҙме? Эйе-эйе, тап шулай. Балаларҙың киләсәген уйлаған изге күңелле бағыусылар ярҙамы менән йөрөп ҡайтҡандар. Хәйер, күптән илгиҙәргә әйләнде инде улар – Себерҙән алып Европаға тиклем барып еттеләр. Сорғот, Санкт-Петербург, Минск ҡалаларын “яуланылар”. Ғөмүмән, был мәктәп уҡыу­сылары бик бәхетле. Сөнки улар, мәҫәлән, күпалыш буйынса Красноярск, Чебоксар ҡалаларындағы ярыштарҙа ла ҡатнашҡайны. Шундай остаздары – балалар менән эшләүгә, уларҙың һәләтен асыуға бар эшмәкәрлеген, көсөн бағышлаған Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡонов һымаҡ уҡытыусылары булыуы менән бәхетле улар.
Йөрөгән таш шымара, тиҙәр. Яулаған һайын үрҙәр ҙә бейегәйә генә бара. Хәйер, тырыштар, ныҡыштар яуламаҫ үрҙәр юҡ ул. Тырышлыҡ Минскиға еткерҙе. Америкаға ла алып бармаҫ тип гарантия биреп булмай. Атлаған һайын офоҡ алыҫая, донъя киңәйә генә бара бит…

Т. БАҺАУЕТДИНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына