RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

26.10.2012 ҙур спорт тирәләй

Кеҫәләге мәрәйен бүлешергә булды…
Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең беренсе дивизионы ко­ман­далары 16-сы турын уҙғарҙы.
Республикабыҙҙың «Өфө» футболсылары лидерҙарҙың береһе − Хабаровскиҙың СКА-Энергия клубын ҡабул итте. Осрашыу буйына майҙан хужалары дәғүәсенән 1:0 иҫәбенә өҫтөнлөк итеп, өҫтәмә ваҡыттың һуңғы мәлендә иҫәпте тигеҙләтә һәм еңеүҙе ҡулынан ысҡындыра. Шул мәл «Өфө»ләр тиҙ арала һөжүм ойоштороп, хатта уңышҡа өлгәшә яҙа, тик туп ҡунаҡтар ҡапҡаһының таяуына тейеп ҡаҡлыға. Ә бит өс мәрәй кеҫәлә ине лә…
Ғөмүмән, Игорь Колывановтың тәрбиәләнеүселәре турнир таблицаһында үҙенән юғарыраҡ торған дәғүәселәрен еңә алмай ыҙалана. Шулай итеп, «Өфө» футболсылары 16 уйында ете еңеү яулап, өсөһөн тигеҙ иҫәпкә тамамлап, алтыһында отола. Дөйөм 24 мәрәй менән турнир таблицаһының туғыҙынсы баҫҡысында бара. Бөгөн Колыва­новтың командаһы Мәскәүҙә урын­дағы «Торпедо» уйынсылары менән уйнай. «Торпедо» иһә «Өфө»­ләрҙән биш мәрәйгә ҡалыша.

Дәғүәселәр еңер өсөн сыға, ә беҙҙекеләр?..

Венер Сафин, «Салауат Юлаев» командаһының баш тренеры:
«Амур», беҙҙән һәйбәтерәк уйнаны, күрәһең, еңгеһе килгән. Һөҙөмтәлә теләген тормошҡа ашырҙы. Башҡа һүҙем юҡ».
Бына һиңә мә… Улар теләгән, ә беҙҙекеләр теләмәгән булып сыға. Бик уңайлы һәм тос фекер. Артығы кәрәкмәй ҙә. Ғөмүмән, бөтөн дәғүәселәр ҙә юлаевсыларға ҡаршы ҙур теләк менән уйнарға сыға, тимәк. Ә улар әлегә быға әҙер түгел. Сөнки хоккейсылар һаман үҙҙәренең урынын таба алмай ыҙалана. Ана бит, өфөләр өсөн биш миҙгел уҙғарған Игорь Григоренкоға ла уйын ваҡыты самалы бирелгән. Шуға ла ул мөмкинлек булыу менән ЦСКА-ға һыйынды. Унда уға ышаныс белдерәләр һәм һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәне. Эштәр былай барһа, миҙгел аҙағына ярты составыбыҙ таралып бөтмәҫ тимә. Ә инде килгәндәренән ни өмөт?.. Әле бына яңыраҡ «Локомотив»та уңышһыҙ сығыш яһаған һаҡсы Андрей Конев менән ике йылға килешеү төҙөгәндәр. Ул 40-сы һан аҫтында сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Магни­то­горскиҙың «Метал­лург»ын­да уй­нап, быға тиклем күберәк ваҡытын запас эскәмйәһендә уҙғарған һөжүмсе Алексей Кайгородов Өфөлә эш урынын тапты. Эш уйынсыларҙамы икән ни? Команда бит бар, тик алға әйҙәүсе лидер ғына юҡ. Етәкселек ҡайҙа ҡарай? Ваҡыт етте. Команданың дилбегәһен тоторҙай «баш» кәрәк.

«Шахтер»ға барыбер…

Футбол буйынса чемпиондар лигаһында сығыш яһаусы «Спартак» менән «Зенит» командалары үҙ төркөмөндә өсөнсө осрашыуын үткәрҙе.
Икеһе лә ике уйында дәғүәселәренә отолғас, быныһында, ниһайәт, 3-әр мәрәй яуланы − үҙ майҙанында Португалияның «Бенфика» клубын 2:1 иҫәбенә отһа, Рәсәй чемпионы Бельгияның «Андер­лехт» клубын көскә 1:0 иҫәбенә еңде. Хәҙер уларға киләһе стадияға сығыр өсөн әҙ булһа ла мөмкинлек бар.
Украинаның икенсе төркөмдә уйнаған «Шахтер» футболсылары үҙендә билдәле «Челси» командаһын 2:1 иҫәбенә отоп, лидерлыҡты үҙ ҡулына алды.

Максим Чудов яңынан аяҡҡа баҫа

Оҙаҡламай, биатлон яратыусыларҙы ҡыуандырып, донъя кубогы этаптары башлана.
Рәсәй йыйылма командаһы күптән ҡарлы Европа илдәрендә күнекмәләр уҙғарып, әҙерлек эштәрен башланы. Быйылғы миҙгелдән төп составҡа билдәле Иван Черезов менән яҡташыбыҙ Максим Чудовтың ҡайтыуы көтөлә. Улар уҙған миҙгелдә ауырыуҙары арҡаһында бәйгене ситтән күҙәтергә мәжбүр булғайны. Иван инде баштан уҡ команда менән шөғөлләнһә, Максим иһә йәштәр йыйылма командаһында йөрөй. Әлегә уға урын юҡ, сөнки дәғүәселек ҙур. Моғайын, ярыш ваҡытында уға ла мөмкинлек бирерҙәр. был хаҡта Максим Чудовына бына нимә ти: «Яратҡан шөғөлөңдән ситтә ҡалыу ҡыйын икән. Командалаш иптәштәремдең сығышын телевизорҙан күҙәтеп, күңелем бошто. Минең бит урыным шунда булырға тейеш ине. Тик нишләйһең, яҙмыштан уҙмыш юҡ. Хәҙер бына һауығып алғас, шөғөлөмдө артабан дауам итке килә. Уйлап ҡараһаң, биатлонда яуларлыҡ үрҙәрҙе яуланым, тик бына үҙебеҙҙә Сочиҙа буласаҡ Олимпия уйындарын ситтән күҙәтке килмәй. Бер ваҡыт хатта спорттан китергә тип тә уйлап бөткәйнем. Кәләшем һәм яратҡан улым ул ҡарарҙан баш тарттырҙы. Әлбиттә, ҡабаттан төп составҡа эләгеүе ҡыйын, әммә тырышлығым эҙһеҙ ҡалмаҫ, моғайын».
Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры Николай Лопухов та Максимға ышаныс белдереп, ки­лә­сәктә ярыштарҙа һәйбәт һөҙөмтә күрһәтәсәгенә өмөтләнә.

Билдәле Армстронг аҡсаһыҙ ҡалды

Данлыҡлы вело­уҙышсы, «Тур де Франс» бәйгеһенең ете тапҡыр еңеү­сеһе, АҡШ спортсыһы Лэнс Арм­стронг, допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, бар титулынан мәхрүм ителде.
Ул ғына ла түгел, еңеүҙәре өсөн алған килемен уға тулыһынса ҡайтарырға тура киләсәк. Ә ул әҙ түгел − 2,4 миллион доллар.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына