RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Юлаевсылар плей-офф зонаһынан ситтә ҡалды

23.10.2012 Юлаевсылар плей-офф зонаһынан ситтә ҡалды

Еңәләр, еңеләләр, еңеләләр һәм турнир таблицаһы буйлап тәгәрәй-тәгәрәй плей-офф зонаһынан да төшөп ҡалып баралар.
Күптән бындай хәлгә тарығандары юҡ ине әле. Сөнки миҙгел һайын лидерҙар төркөмөндә үҙ урынын табып, эләгеү-эләкмәү тигән төшөнсә лә уларға инеп сыҡҡаны булмай. Состав та бит әле әллә ни көсһөҙләнмәне. Шул уҡ Свитов, Зиновьев, Прошкин − Рәсәй йыйылма командаһының тәжрибәле уйынсылары. Сапрыкин, Филатов, Паршин, Хлыстов, Мирнов, Трубачев, Кольцов, Блатяк, Атюшов, Ролинек − һанай китһәң, барыһы ла уйнарлыҡ хоккейсылар. Ә һөҙөмтә юҡ тиерлек… Сәбәбен дә белгән юҡ. Моғайын, исем менән генә дәғүәсене алдырып булмайҙыр ул, тактика кәрәк. Уйынсылар араһында үҙ-ара бәйләнеш юлға һалынмаған, тигән фекер хәҙер урынлы булмаҫ. Миҙгелдең уртаһына етеп киләбеҙ бит. Әлбиттә, ашаған һайын майлы ҡоймаҡ эләкмәҫ. Әммә күңелде йылытырлыҡ, көйәрмәндәрҙе ҡыуандырырлыҡ һөҙөмтә булырға тейештер инде. Беҙҙекеләрҙең плей-офф зонаһына ғына эләгерлек мөмкинлеге бар бит. Тик бындай уйындары менән был, ай-һай, икеле. Яңыраҡ Новокузнецкиҙа үткән осрашыуҙы ғына алайыҡ. Дәғүәсе өфөләрҙән күпкә көсһөҙөрәк ине. Ә тәжрибәле ағаларын ҡалай өйрөлтөп-сөйөрттөләр… Тренерҙар штабы ла, хоккейсылар үҙҙәре лә шәхси оҫталығын күрһәтә алмай, хужаларға ҡаршы бер ни уйлап таба алманы! Һөҙөмтәлә йәнә юғалтыу, йәнә ситтән сәбәп эҙләү менән генә мәшғүлбеҙ. Бөгөн юлаевсылар Хабаровскиҙа урындағы «Амур» менән сәкәләшә. Әгәр инде уларға ла мәрәй бүләк итһәк, кем әйтмешләй, «хуш, ауылым…». Сөнки дәғүәсегә лә мәрәй һыу кеүек кәрәк.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына