RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Булмышыбыҙ буллитмы икән?..

16.10.2012 Булмышыбыҙ буллитмы икән?..

Булмышыбыҙ буллитмы икән?..
«Салауат Юлаев» командаһы миҙгел башланғаны бирле 16 уйындың алтыһын буллит серияһында тамамланы. Ниш­ләптер быйыл Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре ошо лотереяға дусар була. Улар юғарылағы серияның икәүһендә генә еңде. Әле лә бына 16-сы турҙа Словакияның «Слован» клубын ҡабул итеп, күп ваҡыт өҫтөнлөк итһә лә, эште буллитҡа алып барып еткерә. Һәм һөжүмсебеҙ Денис Хлыстовтың мәргәнлеге команда ҡумтаһына ике мәрәй килтерә. Ғөмүмән, өфөләр кеүек, «Витязь» уйынсылары ла буллитты «ярата». Улар ҙа еңеүсене дәғүәселәре менән алты тапҡыр асыҡлай. Шулай уҡ «Донбасс» командаһы ла уларҙан ҡалышмай. Ә бына Силәбенең «Трактор»ы ундай хәлгә бер ҙә ҡалғаны юҡ. Уларға хатта өҫтәмә ваҡыт та талап ителмәй. Даими беренселектә берҙән-бер команда тик төп ваҡытта ғына еңеүсене асыҡлай.
Шулай итеп, юлаевсылар 24 мәрәй яулап, үҙ конференцияһының бишенсе баҫҡысында урын алды. Кисә кис улар ЦСКА хоккейсылары менән сәкәләште. Данлыҡлы клуб әлегә 25 мәрәй менән Көнбайыш конференцияһының шулай уҡ бишенсе баҫҡысында килә. ҡалған осрашыуҙар ошондай һөҙөмтәгә тамамланды: «Авангард» − «Динамо» (Рига) − 4:2, «Барыҫ» − «Спартак» − 5:1, «Автомобилист» − СКА − 5:6, «Трактор» − «Атлант» − 4:2, «Металлург» (Мг.) − «Локомотив» − 2:3 (буллит), «Нефтехимик» − ЦСКА − 4:5 (От.) «Аҡ барс» − «Лев» − 4:2, «Витязь» − «Донбасс» − 0:1, «Динамо» (Мәскәү) − «Амур» − 4:1.
КХЛ беренселегендә тәүге отставка билдәле булды. Минскиҙың «Динамо»һы фин белгесе Кари Хейккиляны тренер эшенән бушатты.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына