RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

12.10.2012 Ҙур спорт тирәләй

Ҙур спорт тирәләй
Савченко – сентябрь айының иң шәп спортсыһы
Ай һайын «Алтын пьедестал» проекты буйынса Рәсәй спортсылары араһынан ярайһы һөҙөмтәгә өлгәшкән «иң-иң»дәрҙе һайлауҙа Башҡортостан паралимпиясыһы, Лондонда биш алтын миҙал яулаған йөҙөүсе Оксана Савченко сентябрь айының иң яҡшы спортсыһы тип табылды. Ул тауыш биреү буйынса икенсе урын алған бокссы Александр Поветкинды күпкә артта ҡалдырып, ошо баһаға лайыҡ булды.

Капелло егеттәре португалдарға ҡаршы сығырға әҙер

Футбол буйынса Премьер-лига беренселегенең сираттағы туры уҙҙы. Махачкаланың күпкә өмөт иткән «Анжи» командаһы Мәскәүҙә урындағы «Динамо» футболсыларын 2:0 иҫәбенә отоп, лидерлыҡ позицияһын нығыта төштө. Уларҙан ике мәрәйгә ҡалышҡан ЦСКА уйынсылары «Спартак»ты 2:0 иҫәбенә еңеп, урынын һаҡлап ҡалды. «Терек» аптыратыуын дауам итә. Улар был юлы «Ростов» клубын 2:1 иҫәбенә отто һәм, ЦСКА-нан бер мәрәйгә ҡалышып, турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысында урынлашты. Рәсәй чемпионы «Зенит», «Краснодар» футболсыларынан 2:0 иҫәбенә өҫтөнлөк итеп, дүртенсе урынға күтәрелде. Ә бына «Локомотив» үҙендә «Кубань» командаһына 0:1 иҫәбенә еңелеп, хәҙер «Анжи»ҙан алты мәрәйгә ҡалыша һәм бишенсе баҫҡыста килә. «Спартак» менән «Кубань» 6 − 7-се урындарҙы бүлешә. Аҫҡы өлөштә әлегә үҙгәреш­һеҙ. «Мордовия» 15-се урында булһа, «Волга» иһә дүрт кенә мәрәй менән иң аҫта һөйрәлә.
Рәсәй беренселеге әле тәнәфескә туҡтаны. Сөнки Рәсәй йыйылма командаһы 2014 йылда буласаҡ донъя беренселегенең һайлап алыу турнирын уҙғара. Бөгөн Фабио Капеллоның тәрбиәләнеүселәре төркөмдәше − лидер һаналған Португалия футболсыларын ҡабул итә. Төркөм тигәндән, әлегә Рәсәй менән Португалия командалары, ике уйындан һуң 6-шар мәрәй яулап, беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. Дөйөм составҡа килгәндә, унда әллә ни үҙгәреш һиҙелмәй. Уҙған уйындарҙағы һымаҡ, билдәле Андрей Аршавин, Павел Погребняк, Роман Павлюченко, Константин Зырянов, Сергей Семак кеүек футболсыларға командала әлегә урын юҡ.

«Өфө»гә үҙ майҙаны ла ярҙам итмәне

Республикабыҙҙың юғары лигала дебют яһаусы «Өфө» клубы футболсылары сираттағы турҙа Красноярскиҙың «Енисей» командаһын ҡабул итте. Осрашыу көсөргәнешле генә үтһә лә, өҫтөнлөк башлыса ҡунаҡтарҙа булды. Иҫәпте лә улар беренсе булып асты. Хужаларға уйынды үҙ яғына ауҙарып, иҫәпте тигеҙләргә мөмкинлек сыҡһа ла, улар пенальтиҙы файҙалана алманы. Ә инде «Енисей» йәнә уңышҡа өлгәшеп, өҫтөнлөгөн нығыта төшә. «Өфө»ләр иҫәпте ҡыҫҡартыуын-ҡыҫҡартты, әммә башҡаһына хәле етмәне. Шулай итеп, Игорь Колывановтың тәрбиәләнеүселәре аҫҡа тәгәрәүен дауам итте. Хәҙер улар, 14 уйындан һуң 20 мәрәй яулап, турнир таблицаһының туғыҙынсы баҫҡысында урынлашты. Юғарыла – «Томь» уйынсылары. Улар иҫәбендә 30 мәрәй.

Хас та плей-оффтағы кеүек

Шулай итеп, был юлы бәхет ҡаҙандың «Аҡ барс» командаһына йылмайҙы. Ике осрашыу бер-береһенә оҡшаш булды. Тәүгеһендә, «Аҡ барс» уйынсылары бер шайбаға өҫтөнлөк итеп, юлаевсылар һуңғы осорҙа иҫәпте тигеҙләп, буллит серияһында отһа, быныһында иһә ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләй һәм мәргәнлектә оҫтараҡ булып сыға. Хас та плей-оффтағы кеүек. Бына ошондай көсөргәнешле уйындар инде көйәрмәндәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, уларҙы күпләп боҙ һарайына йәлеп итә. Әлбиттә, еңеү икеһенә лә кәрәк ине. Берҙән, ҡунаҡтар дүрт осрашыу рәттән еңеү тәмен татымаһа, өфөләр иһә башта күп юғалтыу кисереп, хәҙер шуларҙы яйлап ҡайтарыу төп бурыс булып тора. Сөнки, нисек кенә тимә, «Салауат Юлаев» командаһы 15 уйында ни бары ете еңеү яулай, шуларҙың өсөһө өҫтәмә ваҡыт менән буллит серияһында. Хәҙер Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре, бөтәһе 22 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһының бишенсе баҫҡысында урын алды. Иртәгә улар Словакияның «Слован» командаһын ҡабул итә.
* * *
Нефтекаманың Братина кубогына эйә булыусы «Торос» хоккейсылары Рәсәй беренселегенең 12-се турында чемпионат аутсайдеры ‒ «Рязань» командаһы менән осрашты һәм уларҙы 2:1 иҫәбенә отто. Әлегә яҡташтарыбыҙ бөтәһе 19 мәрәй менән турнир таблицаһының 15-се урынында килә.
* * *

Өфөнөң йәштәр лигаһында уңышлы уйнаусы «Толпар» үҫмерҙәре беренселекте уңышлы башлап, 16 осрашыуҙан һуң 40 мәрәй менән алдынғылыҡты бирмәй. Һуңғы уйында улар Төмәндә урындағы «Тюменский легион» командаһын ике тапҡыр отто.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына