RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бар өмөт Дзагоевта

15.06.2012 Бар өмөт Дзагоевта

Футбол буйынса Европа чемпионатының икенсе төркөм уйындары ла башланды. «А» төркөмөнөң күпкә өмөт иткән чемпионат хужаһының береһе − Польша командаһы Рәсәй футболсылары менән осрашты. Уйын алдан уҡ көсөргәнешле буласаҡ тип күҙалланды. Сөнки беҙҙең уйынсылар беренсе турҙа Чехияны 4:1 иҫәбенә ҡыйратып, күптәрҙең һушын алһа, поляктарға иһә тик еңеү генә алдағы плей-оффҡа өмөт уятты. Икенсенән, командаларҙың юғары кимәлдә осрашҡаны булмай. Осрашыр ине лә, тик Польша йыйылма командаһы быға тиклем уҙған 13 Европа беренселегенең икеһендә генә ҡатнашырға хоҡуҡ яуланы.
Шулай итеп, тарих тарих менән, ә уҙған уйын ике яҡтың да нервыларын бер аҙ ҡаҡшатты, буғай. Осрашыу башланғас та поляктар алға ташлана һәм, үҙ уйынын бәйләп, Малафеевтың ҡапҡаһына янай. Ярай әле беҙҙең ҡапҡасыбыҙ, кәрәкле ваҡытта кәрәкле позицияла тороп, голдан ҡотҡара. Хужалар, һаман ныҡыша торғас, тәки иҫәпте асыуға өлгәшә. Тик офсайд зонаһынан индерелгәнгә күрә гол һаналмай. Бына ошо осорҙан һуң ғына Дик Адвокаттың тәрбиәләнеүселәре иҫенә килә шикелле. 37-се минутта Жирковтың ныҡышмалылығы штрафнойға килтерә. Һәм Аршавиндың сойорғотҡан тубы, әлеге лә баяғы Алан Дзагоевтың башын табып, поляктарҙың ҡапҡаһына ҡунаҡлай. Өҫтөнлөктө нығытып булыр ине лә, тик баш судья Дзагоевҡа ҡаршы тәртип боҙоуҙы күҙ уңынан ысҡындырҙы шикелле.
Икенсе таймда поляктар уйынды ҡотҡарып ҡалыу өсөн алға ташлана. Рәсәйҙәргә контрһөжүм яһарға мөмкинлек асыла. Тик беҙҙекеләрҙең хаталаныуы иҫәпте тигеҙләүгә килтерә. Адвокаттың тәрбиәләнеүселәре хәлһеҙләнеп, хаталаныуын дауам итә. Хатта бер мәл Малафеев йәнә ҡапҡабыҙҙы ҡотҡарып ҡала. Шулай итеп, уйын еңеүсене асыҡлай алмай. Хәҙер Рәсәй футболсыларына һуңғы төркөм уйынында Греция командаһы менән тигеҙ иҫәпкә уйнау ҙа етә. Ә инде беҙҙекеләр ота ҡалһа, плей-оффҡа беренсе урындан сығасаҡ. Греция тигәндән, улар Польша менән 1:1 иҫәбенә уйнағас, икенсе осрашыуҙа Чехияға 2:1 иҫәбенә отола. Шуға күрә уларҙың да өмөтө әллә ни юғалмаған. Әлегә Рәсәй иҫәбендә − 4 мәрәй, Чехия − 3, Польша − 2 һәм Греция − 1 мәрәй.
Быға тиклем «Д» төркөмөндә уҙған беренсе турҙа Франция менән Англия 1:1 иҫәбенә таралышһа, Украина футболсылары Швецияға уйын буйына 0:1 иҫәбенә еңелә килеп, осрашыуҙы ҡотҡарып ҡына ҡалмай, ә өҫтәмә ваҡытта еңеүҙе тартып ала. Ике голды ла билдәле Шевченко индерә.
Шулай уҡ «В» төркөмөндә лә икенсе тур уҙҙы. Германия командаһы Нидерланд футболсыларын 2:1 иҫәбенә отоп, алты мәрәй менән сирекфиналға сыҡты. Ә бына Нидерланд көйәрмәндәрен хафаға һалды. Улар ике уйында ла еңелеү кисерҙе. Шулай уҡ уларҙың да саҡ ҡына булһа ла өмөтө, әлбиттә, бар. Һуңғы уйында уларға Португалияны ҙур иҫәпкә отор­ға кәрәк, ә инде немецтарға – Данияны. Дания тигәндән, улар ҙа был көндө Португалия командаһы менән осрашты. Һәм 2:3 иҫәбенә еңелде.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына