RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алдан чемпион булдылар, ахыры…

19.06.2012 Алдан чемпион булдылар, ахыры…

Алдан чемпион булдылар, ахыры…
Беҙҙә футбол булмауын бөтәһе лә белә. Әммә барыбер күп сығымдарға ҡарамай, донъяның иң яҡшы белгесен йәлеп итеп, нимәгәлер өмөт итәләр. Футболсы бит робот түгел, уны программалап булмай. Әлбиттә, Рәсәй футболының иң төп белгесе Сергей Фурсенко дилбегәне Адвокатҡа ышанып тотторҙо, хатта чемпион итеренә инанды. Юҡ шул… Килеп сыҡманы. Элекке Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыһы Александр Панов әйтеүенсә, ниндәй генә сит ил белгесен саҡырма, ул илебеҙҙең бер өлөшө булып ҡалырға тейеш. Шул хәтлем аҡсаға баш тренер Рәсәйҙә йәшәргә бурыслы. Телде лә белергә тейеш. Шуға ул бер нисек тә патриот була алмай. Сөнки ул – аҡса ҡоло. Шуға ла команданың нисек уйнауы уға барыбер. ҡыҫҡаса әйткәндә, Адвокат беренселекте юҡҡа сығарҙы. Чемпионаттағы иң үтемле төркөмдән ул йырлап сығырға тейеш ине. Чехияны 4:1 иҫәбенә ҡыйратҡас, беҙҙең ил командаһын барыһы ла алдан чемпион итеп бөттө. Күрәһең, хәлебеҙ ошо уйынға ғына етерлек булған. Әле Польша менән дә 1:1 иҫәбенә уйнағас, уларға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай ине әле. Алдан күҙалланыуынса, улар һуңғы уйынды уйламай, плей-офф менән һаташ­ҡан булғандыр. Беҙҙең йыйылма команда был юлы ла чемпион була алманы. ҡыҙғаныс. 2018 йылда беҙҙә донъя беренселеге лә булырға тора, тик уйнар­ҙай футболсылар бармы икән?.. Былары ҡартайҙы, ә алмаш юҡ. Данлыҡлы уйынсы – Бразилия йыйылма командаһы «йондоҙо» Пеле әйтмешләй, Бразилия командаһының хоккей буйынса чемпион булырын көтөргә генә ҡаласаҡ. Тик, ул ваҡыт ҡасан етер икән – билдәһеҙ.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына