RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт егете үҙенең тыуған көнөнә бүләк эшләне

05.06.2012 Башҡорт егете үҙенең тыуған көнөнә бүләк эшләне

Башҡорт егете үҙенең тыуған көнөнә бүләк эшләне
Бокссы Денис Шафиҡовтың еңеүенә барыбыҙ ҙа ышанғайныҡ
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 31 май­ҙа “Сыңғыҙхан” ҡушаматлы билдәле бокссы, милләттәшебеҙ Денис Шафиҡов Италия бокссыһы, сығышы менән Кубанан булған Брунет Замора менән көс һынашты. Һынашты тигәс тә, улай уҡ ябай түгел ине майҙандағы “һуғыш” хаҡы, ә алышсылар еңелсә ауырлыҡта EBU версияһы буйынса Европа чемпионы исеменә дәғүә итте.
Тәүҙә “Өфө-Арена”ла көйәрмәндәр бүтән бокссыларҙың сығышын ҡараны. Әммә күңел рингыға тиҙерәк “Сыңғыҙхан”дың сығыуын көттө. Һәм бына ул – үҙебеҙҙеке, бөркөт ҡарашлы, ғорур ҡиәфәтле, ҡамсат бүрек һәм елән кейгән Денис Шафиҡов!
Халыҡ гүйә урынынан ҡупты. Әлбиттә, Денистың дәғүәсеһе лә төшөп ҡалғандар­ҙан түгел – Замора ла бит тап беҙҙеке кеүек еңелеү белмәҫ бокссы. Етмәһә, улар 2010 йылда осрашҡайны ла – алыштары “ничья” менән тамамланғайны.
Ике супер-оҫта бер-береһенә яндырып ҡарап, шул уҡ ваҡытта агрессивлыҡ белдермәй генә алышты башланы. Денис тәүҙә үк сит ил ҡунағының көсһөҙ яҡтарын белеп ҡалды һәм эҙмә-эҙлекле генә итеп йоҙроҡтарын эшкә ҡушты.
Һо-о, беҙҙекеләрҙән былай ғына ҡотолоп буламы?! “Сыңғыҙхан” арыу ғына бәргесләне тегене. Үҙенән буйға ҡайтышыраҡ дәғүәсеһенең таһыллығын белгән Брунет Башҡорт егете үҙенең тыуған көнөнә бүләк эшләне
Замора ла бирешергә теләмәй, бер нисә тапҡыр уға елле генә эләктерҙе. Бокстың ғәләмәт мауыҡтыр­ғыс, шул уҡ ваҡытта ярайһы ғына ауыр көрәш төрө булыуын иҫәпкә алғанда, көйәрмәндәр­ҙең көсөргәнешле ултырыуын аңларға була. Ә беҙҙекеләр “ауырый” белә. Был юлы ла, энә өҫтөндә ултырғандай, Денисты берсә дәртләндереп, берсә “дауайлап”, ихлас күңелдән көйҙөләр.
Һуң, Башҡортостан ерендә, бихисап яҡташы, милләттәше, спорт һөйөүсе, ғөмүмән, үҙен яҡларға, хупларға килгән шул сама халыҡтың өмөтөн нисек аҡламаһын ти инде Денис! Алыш аҙағына етәрәк ике бокссы ла арыны, әммә беҙҙеке үҙенең ысынлап та оҫта һөнәрмән икәнен раҫланы.
“Дө-өмп!” – һәм Денистың тос йоҙроҡтарынан Замора еңелде! Еңеүҙе Шафиҡов 12 раундта яуланы.
Тамашасылар дәррәү урынынан торҙо. Афарин, Денис! Был еңеүҙе беҙ көттөк һәм ышанысыбыҙ бер генә секундҡа ла юғалманы. Шулай итеп, Европа чемпионы исемен башҡорт егете яуланы. Әйткәндәй, 3 июндә уға 27 йәш тулды. ҡамсат бүрекле, башҡорт еләнен иңдәренә һалған “Сыңғыҙхан” киләсәктә күп рингыны яулар әле. Уңыштар юлдаш булһын уға.

Айсын АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына