RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аренала – еңеүселәр!

20.01.2012 Аренала – еңеүселәр!

Аренала – еңеүселәр!
«Таусы» боҙ аренаһында күңелле «Атай, әсәй, мин – «боҙло» ғаилә» ярыштарынан һуң Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының цехтары һәм подразделениелары араһында үткәрелгән Х спартакиадаға йомғаҡ яһалды.
Комбинаттың таусы-спортсылары былтыр баскетбол, волейбол, футбол, мини-футбол, өҫтәл теннисы, шашка, шахмат, еңел атлетика буйынса эстафета, гер спорты, ғаилә старттары, туризм кеүек ярыш төрҙәрендә үҙ көсөн һынаны. Йомғаҡ яһағанда Х спартакиада зачетына инмәгән турнирҙар, айырата әйткәндә, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың спорт фестивалдәре, йөҙөү, «Милләттәр кросы», ҡышҡы футбол һөҙөмтәләре лә иҫәпкә алынып, еңеүсе итеп байыҡтырыу фабрикаһы спортсылары аталды. Икенсе урында Учалы ер аҫты руднигы командаһы, өсөнсөлә – «Узельга» руднигы.
Йылдан-йыл ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән Әлиә Мәғәфүрова, Айгөл Исхаҡова, Александр Пономарев (байыҡтырыу фабрикаһы), Илдар Шәймөхәмәтов (Учалы ер аҫты руднигы), Айрат Нуретдинов (энергоцех), Илиана Ғатауллина («Узельга» руднигы) Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының иң яҡшы спортсылары исеменә лайыҡ булды. Тантанала комбинаттың спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарҙың барыһы ла Маҡтау грамоталары һәм аҡсалата приз менән бүләкләнде.
− Комбинат етәкселегенең матур сара уҙғарып, бар ғәм алдында беҙҙе, спортсыларҙы, тәбрикләүе күңелде үҫтереп ебәр­ҙе, яңы еңеүҙәргә дәртләндерҙе, − тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әлиә Мәғәфүрова. − Сарала иң яҡшы спортсылар рәтендә Альбина Туҡтарованы ла атар­ҙар, тип уйлағайныҡ, сөнки еңел атлетикала уға етеүсе юҡ, әммә быйыл, үкенескә күрә, уға был исем эләкмәне. Шулай ҙа киләсәктә еңеүселәр сафында ул мотлаҡ булыр тип уйлайым, сөнки Альбина бик көслө, сәмле кеше.
Байыҡтырыу фабрикаһында оператор булып эшләгән Әлиә үҙе ярыштарҙа ихлас ҡатнашһа ла, был исемгә лайыҡ булырмын тип уйламай. Сөнки бәләкәйҙән спортты үҙ иткәс, ярыштарҙа ҡатнашыу уның өсөн тәбиғи хәл. Спорт төрҙәре араһында иң яратҡаны – саңғы һәм волейбол. Ғаиләләрендә барыһы ла саңғысылар булғас, атлай башлау менән Әлиәне лә саңғыға баҫтырғандар. Ә волейболға һөйөү мәктәптән килә.
− Шундай ҡыҙыҡлы уйын серҙәрен төшөндөргән физкультура уҡытыусыһы Ирек Солтановҡа рәхмәтлемен, − тип йылмайҙы көн геройҙарының береһе. − Ул кәртәләр алдында баҙап ҡалмаҫҡа, еңелгәндә танауҙы төшөрмәҫкә өйрәтте. Буйым бәләкәй булғас, миңә волейбол уйнауы икеләтә ҡыйыныраҡ, ләкин еңел юлдарҙы яратмайым, көс һалып табылған еңеүҙәр күпкә ҡәҙерлерәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына