RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр тур плей-оффты яҡынайта

20.01.2012 Һәр тур плей-оффты яҡынайта

Һәр тур плей-оффты яҡынайта
Хоккей буйынса КХЛ беренселеге үҙенең иң ҡыҙыу нөктәһенә етеп килә тиһәк тә, яҙыҡ булмаҫ, моғайын. Сөнки плей-офф зонаһына эләгеп, унда нығыныу өсөн командаларға ни бары 12-шәр генә осрашыу үткәрәһе ҡалды. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәргә ул күп һымаҡ тойолһа ла, берәүҙәргә етмәүе лә ихтимал. Шуға күрә 16 көслө команда иҫәбенә инер өсөн күптәр үҙ-ара көрәшәсәк әле. Хәҙер һәр уйын, һәр яуланған мәрәй алтынға торошло буласаҡ. Ана бит, ЦСКА командаһы һуңғы арала ҡалай тырышып уйнап алып китте. Аҫта һөйрәлеп килде лә, һуңғы дүрт уйында уңышлы юл үтеп, плей-офф зонаһына эләкте лә. «Салауат Юлаев» хоккейсылары ла уларға барып абынды. Беҙгә лә бит мәрәй кәрәк. Ярай әле беҙҙекеләр Словакиянан ике мәрәй менән булһа ла, ҡумтаһын тулыландыра алды.
Ғөмүмән, Чернышов дивизионында әлегә тигеҙлек хөкөм һөрә тиһәк тә була. 43 уйындан һуң «Амур» иҫәбендә 71 мәрәй булһа, «Авангард» менән «Салауат Юлаев» 42 осрашыуҙа 68-әр мәрәй яулап, 2 − 3-сө урындарҙы бүлешә. Уҙған уйында өфөләрҙең дәғүәсеһен отор­ға мөмкинлеге бар ине лә, тик урындағы «Лев» хоккейсылары, юлаевсыларға үҙ уйынын бәйләп, осрашыуҙы овертаймға күсерә. Төп ваҡыт тамамланыуға дүрт минут тирәһе ҡалғанда улар иҫәпте тигеҙләй. Әммә өҫтәмә ваҡытта Венер Сафиндың тәрбиәләнеүcеләре оҫтараҡ булып сыға һәм хужаларҙы 3:2 иҫәбенә ота.
Башҡа уйындар ҙа көсөргәнешле үтә. Сөнки уҙған биш осрашыуҙың өсәүһендә еңеүсе буллит серияһында асыҡлана. «Барыҫ» Риганың «Динамо»һын − 6:5, «Автомобилист» «Атлант»ты − 3:2 һәм «Аҡ барс» «Динамо» (Минск) уйынсыларын 2:1 иҫәбенә буллит серияһында ота. Уҙған көндө юлаевсылар Минскиҙа ҡунаҡ булды.
Ә әлегә 19 ғинуарға ҡарата турнир таблицаһы менән таныштырмаҡсыбыҙ.
У. М.

1. СКА 41 85
2. «Трактор» 41 84
3. «Динамо» /Мәскәү/ 42 78
4. «Металлург» /Мг./ 43 77
5. «Динамо» /Минск/ 43 72
6. «Амур» 43 71
7. «Аҡ барс» 41 70
8. «Торпедо» 41 70
9. «Атлант» 41 69
10. «Северсталь» 42 68
11. «Авангард» 42 68
12. «Салауат Юлаев» 42 68
13. «Барыҫ» 41 67
14. «Югра» 42 64
15. ЦСКА 42 59
16. «Динамо» /Рига/ 41 57
17. «Нефтехимик» 41 55
18. «Металлург» /Нк./ 39 55
19. «Себер» 42 51
20. «Спартак» 42 46
21. «Лев» 43 41
22. «Витязь» 42 34
23. «Автомобилист» 40 28










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына