RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй – Канада – 6:5

06.01.2012 Рәсәй – Канада – 6:5

Рәсәй –  Канада –  6:5
Бына, исмаһам, уйын… Төп ваҡыт тамамланыуға ун минут ҡалғанда, дәғүәсеһен 6:1 иҫәбенә ота килеп, Рәсәй йыйылма командаһы йәштәре саҡ еңеүҙе ҡулынан ысҡындырманы.
Канадала хоккей буйынса донъя беренселегендә Рәсәй үҫмерҙәре финалға сығыр өсөн чемпионат хужалары менән сәкәләште. Эйе, сәкәләште… Сөнки элек-электән дәғүәселәр араһында осрашыу беренселектең һәр ваҡыт сағыу өлөшө булып һаналды. Икенсенән, уҙған чемпионатта, Канада хоккейсылары финалда Рәсәй үҫмерҙәрен 3:0 иҫәбенә еңеп килгәндә, һуңғы осорҙа үҙ ҡапҡаһына биш яуапһыҙ шайба үткәртеп, көмөш миҙал менән генә ҡәнәғәтләнә. Был юлы ла шул уҡ хәл ҡабатлана яҙҙы. Тик баҫтырыусылар ролен беренселек хужалары үтәне. Төп ваҡыт тамамланыуға ун минут ҡалғанда инде еңеү ҡулда һымаҡ тойола. Тик, Канада уйынсылары бер-бер артлы өс тапҡыр уңышҡа өлгәшкәс, боҙ аренаһында мәхшәр башлана. 20 меңгә яҡын көйәрмән үҙ хоккейсыларын алға ҡыуалай башлай. Хужалар һөжүм артынан һөжүм ойоштора. Йәнә гол индерә. Шулай итеп, көсөргәнешле бәйгелә Рәсәй ко­мандаһы Канаданы 6:5 иҫәбенә отоп, финалға сыға. Төп приз өсөн улар Швеция хоккейсылары менән уйнаясаҡ. Шведтар иһә финалға Финляндияны буллит серияһында 3:2 иҫәбенә отоп сыҡты.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына