RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй хоккейсылары тәүгә миҙалһыҙ

17.05.2011 Рәсәй хоккейсылары тәүгә миҙалһыҙ

йәки Һуңғы биш йыл эсендә Быковтың тәрбиәләнеүселәре беренсе тапҡыр бындай хәлгә тарыны
Рәсәй хоккейсылары тәүгә миҙалһыҙСловакияла уҙған хоккей буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы, өсөнсө урын өсөн Чехия хоккейсылары менән көрәшеп, үкенескә күрә, һуңғы биш йыл эсендә миҙалһыҙ ҡалды. Әгәр иҫләһәгеҙ, улар етәкселегендә Рәсәй уйынсылары 2007 йылда – бронза, 2008 – 2009 йылдарҙа – алтын һәм былтыр көмөш миҙал яулағайны. Нишләйһең, гел генә еңеп тә булмай. Шулай ҙа Быков менән Захаркин былтыр Рәсәй хоккей федерацияһы менән «2+2» схемаһы буйынса, йәки 2011 менән 2012 йылдарҙа миҙалһыҙ ҡалмай, киләсәктә йәнә ике йылға һуҙыу ниәтендә контракт төҙөй. Бынан һуң нимә булыр?.. Вячеслав Быков үҙе әйтеүенсә, килешеүгә ярашлы, ул үҙ теләге менән команданан китергә уйламай. Быйылғы беренселеккә Рәсәй командаһы тәжрибәле уйынсылар менән тулыланһа ла, башҡалар беҙҙекеләрҙән дә физик яҡтан әҙерлеклерәк булып сыҡты. Йылдағыса, төп дәғүәсе Канада командаһын чемпионаттан төшөрөп ҡалдырғас, ҡайһы бер хоккейсылар, миҙал кеҫәлә, тигән тойғо менән йәшәне, буғай. Ярымфиналда Финляндия командаһына күпме генә ҡаршылыҡ күрһәтмәһен, беҙҙекеләр кимәле буйынса түбәнерәк дәғүәсе ҡапҡаһына юл таба алманы. Оҫталар булһа ла, үҙ-ара бәйләнеш насарыраҡ сыҡты. Булған осраҡтарҙы ла файҙалана алманылар. Ғөмүмән, финдар Рәсәй өсөн үтемле дәғүәсе ине. Тик дәғүәселәр ҙә урындарында тапанмай шул, улар яйлап кимәлен күтәреү өҫтөндә эшләй. Берҙәм команда уйыны бар. Шулай ҙа Финляндияға 3:0 иҫәбенә отолғас, бронзаға булһа ла өмөт бар ине әле. Икенсенән, былтырғы чемпионатта финалда Чехиянан еңелгән өсөн үс тә бар һымаҡ тойолдо. Сөнки икенсе ярымфиналда Швеция хоккейсылары Чехия командаһын финалдан төшөрөп ҡалдырғайны. Шулай итеп, бронза миҙал өсөн Рәсәй менән Чехия уйынсылары бәйгегә сыҡты. Беренсе булып иҫәпте улар асһа ла, Илья Ковальчук менән Дмитрий Куликов Рәсәйҙе алға сығара. Күп тә үтмәй, тегеләр иҫәпте тигеҙләй. Тик икенсе осор башланыуға йәнә Ковальчук уңышҡа өлгәшеп, беҙҙең команда тәнәфескә өҫтөнлөк менән туҡтай. Икенсе осор Быковтың тәрбиәләнеүселәре өсөн ҙур һынау була. Дәғүәсе, Барулиндың ҡапҡаһына өс яуапһыҙ шайба индереп, алға сыға. Беҙҙекеләрҙән тик Владимир Тарасенко ғына бер шайба менән яуап бирә ала. Һуңғы осорҙа иһә улар бөтөнләй гол индереүҙе онота. Ә инде Чехия командаһы йәнә ике тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, дөйөм 7:4 иҫәбе менән Рәсәй командаһын еңә һәм бронза миҙал яулай.
Төп приз өсөн Швеция менән Финляндия командалары осраша. Бәйге көсөргәнешле була, тик Рәсәйҙе рәнйеткән Финляндия уйынсылары, Швецияны, финалда булмағанса, 6:1 иҫәбенә ҡыйратып, ниһайәт, 16 йылдан һуң алтын миҙал яулай.
Шулай итеп, Финляндия – беренсе, Швеция – икенсе, Чехия өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Ә бит был командаларҙың барыһы ла Рәсәй өсөн бик яҡшы таныш. Сөнки улар – Евротурҙың әүҙем ҡатнашыусылары. Ә беҙ уларҙы һәр ваҡыт еңдек. Тик әлегеһе донъя беренселеге булды шул...

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына