RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Аэропорт түгел, «Өфө-Арена» уңайлы булыр

16.04.2011 Аэропорт түгел, «Өфө-Арена» уңайлы булыр

Аэропорт түгел, «Өфө-Арена» уңайлы булырБыл бит финал... Әгәр ҙә бер команда дәғүәсәһен рәттән дүрт тапҡыр еңеп, төп призды яулай ҡалһа, Рәсәй түгел, ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барған башҡа сит илдәр ҙә был хәлде аңламаҫ, Гагарин кубогының бәҫе төшөүе ихтимал. Ана бит, Хоҙай Тәғәлә лә быны күреп, еңелеүсегә ярҙамға килде. Дөрөҫөрәге, бөтә ил менән юлаевсылар мәрхәмәтлеге арҡаһында тиктормаҫ Ржигаға һәм уның тәрбиәләнеүселәренә саҡ ҡына булһа ла өмөтләнергә мөмкинлек бирҙек. Мәскәүҙәрҙе ҡыуандырҙыҡ. Рәхмәт әйтһендәр. Судьялар ҙа ыңғай булды, шайба ла тик Эрик Эрсбергтың ҡапҡаһын үҙ итте. Бармаған осраҡта, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре уны ҡапҡабыҙға дөрөҫләп йүнәлтергә онотманы... ҡыҫҡаса әйткәндә, бөтәбеҙ ҙә тырыштыҡ. Быға тиклем, йәнәһе, ғауға менән яуланған өс еңеүебеҙгә яуап ҡайтарҙыҡ, буғай. Инде, моғайын, тынысланырҙар. Юҡһа «Салауат Юлаев» командаһы бер пан Ржига арҡаһында бөтәһенең ҡан дошманына әйләнеп бара ине. Ржига ошо арала хатта милли геройға әйләнде. Уны әле үк ҡайһы берәүҙәр Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры итеп күрә башланы. Тегенеһе лә, әллә ысын, әллә буш, өмөтөн йәшермәне.
Үәт, тауыш ҡуптарҙы был «Атлант». Яңылыштан ғына сит көстәр ярҙамында СКА-ны сирекфиналдан төшөрөп ҡалдырғас, башланды ла инде был ығы-зығы. Ә инде ярымфиналда уларға ҡаршы сыҡҡан «Локомотив» көс һынашырға бөтөнләй әҙер түгел ине. Әле өфөләр менән «Атлант» араһында булған уйындар­ҙан һуң ошондай һығымтаға килергә була. Улар бер нәмәһе менән дә башҡаларҙан айырылмай. Ысын мәғәнәһендә, урыҫсалап әйткәндә, «трудоголиктар»... Шуға ла финал алдынан барыһы ла еңеүҙе «Атлант»ҡа бирҙе. Тик өфөләр генә бының менән риза булманы. Улар дәғүәсене дөмбәҫләй генә башлағайны, күптәр судьяларҙан ғәйеп эҙләргә тотондо. Был хәл бер бөгөн түгел. «Салауат Юлаев» та уҙған миҙгел плей-оффта ошо уҡ хәлгә тарығайны. Бер ҙә мәскәүҙәр яр һалманы. Күптән ошо факт менән килешергә кәрәк. Көнсығыш конференцияһы командалары көнбайыштарҙыҡынан күпкә көслөрәк. Шул уҡ йәштәр лигаһында ла, юғары лигала ла улар өҫтөнлөк үтә.
Ярай, һүҙ бутҡаһы ҡуйыртмайыҡ әле. Шулай итеп, «Салауат Юлаев»ты Гагарин Кубогы менән аэропортта ҡаршы алып булманы. Тимәк, сәбәбе бар. Юлаевсылар уны, Алла бойорһа, Башҡортостан ерендә, үҙ көйәрмәндәре алдында алыр тип ышанабыҙ һәм өмөтләнәбеҙ.

Н. ТИМЕРОВ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына