RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Пан Ржига һағайта түгелме?..

29.03.2011 Пан Ржига һағайта түгелме?..

Пан Ржига  һағайта түгелме?..Шашты бит был пан Ржига... СКА-ны уйламағанда, көтмәгәндә плей-оффтан ҡыҫырыҡлап сығарғас, хәҙер үҙенән күпкә көслөрәк тә, тәжрибәлерәк тә пан Вуйтектың «Локомотив»ының юлына сыҡмаҡсы. Ярай, тәүге осрашыуҙа ғәйрәте ташып торған «Атлант»тың Ярославль уйынсыларын еңеүе тәбиғи хәл булһа, икенсеһе менән өсөнсөһөндә нимә булды икән «Локомотив»ҡа? Улар бит «Атлант»ҡа ҡаршы бер әмәл дә таба алмай йонсой. Бөтәһе лә уларға ҡаршы һымаҡ. Шайбаһына тиклем... Әле уҙған өсөнсө осрашыуҙа «Локомотив» уйынсыһы үҙ ҡапҡаһына үҙе гол индерә. Шунан нисек итеп уйынды дауам итергә?.. Тик Ярославль егеттәренең әлегә өмөттәре юғалмаған. Әле үк «паровоз» «тупик»ҡа барып ултырмаҫ, моғайын. Икенсе ярымфиналда ла ике уйын булып, өсөнсөһө кисә кис тамамланды.
Тәүгеһендә «Металлург» /Мг./ уйынсылары «Салауат Юлаев»ҡа ҡаршы әҙерәк ҡаршылашып маташһа, икенсеһендә бөтөнләй көрәшһеҙ генә баш һалды һымаҡ. Әллә беҙҙекеләр уйнарға ирек бирмәне, әллә тегеләр хәлһеҙ күренде... Ғөмүмән, ҡаҙандан һуң Магнитогорск юлаевсыларға үтемле команда тойғоһон уята һымаҡ. Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәрен маҡтағандан түгел, киләсәккә ишара. Сөнки, йомшарып китеп, беҙҙекеләрҙең еңел еңеүҙәрҙән баштары әйләнергә мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына