RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

22.03.2011 Ҙур спорт тирәләй

СКА-ның «карабы» оса алмай интегә...

Хоккей буйынса Гагарин кубогы өсөн һуңғы ярымфиналсылар асыҡланып бөтөп килә. Көнбайыш конференцияһында күптән үҙ дәғүәсеһен көткән «Локомотив» финалға сығыр өсөн ныҡымыш Пан Ржиганың «Атлант» командаһы менән сәкәләшәсәк. Ысынлап та, «Атлант» үҙенең ныҡымыш, әрһеҙ команда икәнен иҫбатлай килә. «Газпром»дың СКА-һы тәүге стадияла «Спартак» уйынсыларын үткәс, «Атлант»тан да әллә ни ҡаршылыҡ көтмәне. Дөйөм иҫәпте үҙ файҙаһына 3:1 иткәс, уларҙың генераль директоры Медведев, ҡыуанысынан шатлығы менән уртаҡлашып, алдан уҡ Ржиганы ялға ебәреп, күңелен тынысландырғайны. Тик, Ржиганың ниндәй генә хәлдә ҡалып та, нимә уйлап сығарырын был чех тренеры үҙе генә белә. Быға күптәр инанды. Бер Медведев ҡына һаман аңламай ҡалған, буғай. «Атлант» хоккейсылары төшөп ҡалған ерҙән, өс осрашыу рәттән СКА-ны отоп, ҙур уңышҡа өлгәште. Ә бит Санкт-Петербург командаһы «йыһан»ға «осорға» әҙерлеген миҙгел башынан уҡ тылҡығайны. Нишләйһең, быйыл да караптары әҙер булмай сыҡты.
Көнсығыш конференцияһында «Салауат Юлаев» командаһының дәғүәсеһенә килгәндә, унда ла эштәр етенсе хәл иткес осрашыу­ға барып етте. Ғөмүмән, «Авангард» та, Магнитогорскиҙың «Металлург»ы ла ярымфиналға сығырға лайыҡ, тик береһенә барыбер төшөп ҡалырға тура киләсәк.

«Айыу»ҙы үттеләр, алда – «юлбарыҫ»

Йәштәр хоккей лигаһының да Харламов кубогы өсөн сирекфиналсылары билдәле булды. Өфөнөң «Толпар» командаһы унда сығыр өсөн Силәбенең «Белые медведи» хоккейсылары менән көсөргәнешле алыш уҙғар­ҙы. Еңеүсе тик бишенсе уйында ғына асыҡланды. Александр Семактың тәрбиәләнеүселәре һуңғы осрашыуҙа Силәбе үҫмерҙәрен 3:0 иҫәбенә отоп, кубокҡа юлын дауам итте. Хәҙер улар сирекфиналда Ырымбурҙың «Белые тигры» уйынсылары менән уйнаясаҡ.
Юғары лигала ла сирекфиналдың икешәр осрашыуы уҙҙы. Нефтекаманың «Торос» уйынсылары үҙендә Пермдең «Молот-Прикамье» командаһын ҡабул итте һәм, ике рәт еңеп, серияны уңышлы башланы.

Һуң булһа ла, күңелде йыуатырлыҡ

Биатлон буйынса донъя кубогының һуңғы этабында Рәсәй йыйылма командаһы, ике көмөш һәм бер бронза миҙал яулап, ишекте шартлатмай булһа ла япты. Һуңғы бәйгелә миҙалдар дөйөм стартта уйнатылды. Башта ир-ат ярышҡа сыҡты. Евгений Устюгов, юғары урын алған Эмиль Свендсендан ни бары 0,4 секундҡа ҡалышып, финишҡа икенсе килһә, ошо уҡ ярышта Анна Богалий-Титовец – көмөш, Ольга Зайцева бронза миҙал яуланы.

Өс минут эсендә – 15 млн доллар
Бокс буйынса профессионалдар араһында WВС версияһы буйынса донъя чемпионы Виталий Кличко титулын һаҡлап ҡалыр өсөн Куба спортсыһы Одланьер Солис менән алышты һәм, тәүге раундта уҡ Солисты техник нокаутҡа ебәреп, еңеү яуланы. Нокаутҡа тигәндән, Солис, артҡа сигенгәндә аяғын ауырттырып, бәйгенән баш тарта. Нисек кенә булмаһын, Виталийға еңеү бирелә һәм ул өс минут эсендә 15 миллион доллар аҡса эшләй. Тегенеһе лә буш ҡалмай. Уға 1,8 млн доллар эләгәсәк.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына