RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя беренселеге еңелеүҙән башланды

05.03.2011 Донъя беренселеге еңелеүҙән башланды

Донъя беренселеге еңелеүҙән башландыХанты-Мансиҙа биатлон буйынса донъя беренселеге башланды. Стартҡа иң башта ҡатнаш эстафета бәйгеселәре сыҡты. Рәсәй йыйылма командаһына Светлана Слепцова, Ольга Зайцева, Иван Черезов менән Евгений Устюгов инде. Үкенескә күрә, быйылғы миҙгелдә донъя этаптарында уңышһыҙ һөҙөмтә күрһәткән спортсылар был юлы ла мөһим стартҡа әҙерлекһеҙ булып сыҡты. Һәр ваҡыттағыса, тәүге этапта йүгергән Светлана, үҙ этабында хата ебәреп, эстафетаны Ольгаға 21-се булып тапшырҙы. Зайцева хәлде яҡшыртыр өсөн күпме генә тырышмаһын, өсөнсө этапта йүгергән Устюгов 16-сы булып старттан ҡуҙғалды. Ә инде һуңғы этапта йүгергән Иван Черезов, хәлде бер аҙ яҡшыртып, финишҡа алтынсы килде. Шулай итеп, рәсәйҙәр был юлы ла һәйбәт һөҙөмтә күрһәтә алманы. Ә инде юғары баҫҡысҡа әлеге лә баяғы Норвегия командаһы күтәрелде. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Германия менән Франция спортсылары бүлеште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына