RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәжрибә уртаҡлашып

22.02.2011 Тәжрибә уртаҡлашып

Йәштәр хоккей лигаһының (МХЛ) балалар хоккейын үҫтереү буйынса социаль программаһына ярашлы, яңыраҡ Канада тренерҙары Салауат ҡалаһының йәш хоккейсылары өсөн мастер-класс ойошторҙо. Улар өс көн буйы урындағы боҙ аренаһында «Юрматы» хоккей клубы тәрбиәләнеүселәре өсөн төрлө күнекмәләр үткәрҙе, был популяр спорт төрөнөң серҙәре менән уртаҡлашты. Һуңынан «саған япрағы» иленән килгән ҡунаҡтар Грег Айрленд, Майк Флаэрти, Скотт Макферсон, Арон Нэги һәм «Юрматы» хоккей командаһының тренеры Артем Ромашов «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй хоккейы хаҡындағы фекерҙәре менән бүлеште. «Миңә үҙебеҙҙә Рәсәй хоккейсылары менән дә эш итергә тура килде, – тип башланы һүҙен Грег Айрленд. – Улар хаҡында бары тик яҡшы фекерҙәр генә ҡалды. ҡурҡыу белмәҫ оҫта хоккейсыларҙы ниндәй шарттарҙа һәм кемдәр әҙерләй икән, тип гел ҡыҙыҡһына инем. Салауатта кесе һәм өлкән хоккейсылар менән осрашып, дәрестәр үткәрҙем. Уларҙың оҫталығы, тырышлығы хайран ҡалдырҙы. Тренерҙары ла – үҙ эшенә ғашиҡ кешеләр. Башҡортостан етәкселегенең дә хоккейға мөнәсәбәте маҡтауға лайыҡ. Был беҙҙең беренсе осрашыу ғына. Киләсәктә лә бәйләнештәрҙе нығытайыҡ, аралашып йәшәйек. Башҡортостандың хоккей командалары, тренерҙары ла Канадаға килһен».
Грег Айрленд 13 йыл профессиональ тренер булып эшләй. «Финикс Койотис» клубының тренеры вазифаһында ул бик күп рекорд ҡуйған. Ул эшләгән ваҡытта Милли хоккей лигаһына (НХЛ) 32 уйынсы ингән.
Өс тапҡыр «йыл тренеры» исемен яулаған Грег Айрленд етәкләгәндә 2005 йылдан «Гранд-Рапидс Гриффинс» командаһы плей-оффҡа барлығы 11 тапҡыр сыҡҡан. Ул шулай уҡ «Гамильтон», «Дейтон Бомберс», «Оуквил Блейдс», «Мильтон Мерчантс», «Каледон Канадиенс» командаларында ла уңышлы эшләй.
– Төньяҡ Америка тренерҙарының килеүе балаларға яҡшы тәьҫир итте, – ти «Юрматы» хоккей командаһының баш тренеры Артем Ромашов. – Барыһы ла, дәртләнеп, оҫталығын күрһәтергә, ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итергә ынтылды. Беҙ үҙебеҙ ҙә тәжрибә тупланыҡ һәм эшебеҙгә баһа алдыҡ. Был йүнәлештә эште артабан да дауам итергә кәрәк.

Самат ҡОТЛОЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына