RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

15.02.2011 Ҙур спорт тирәләй

Тихонов «Спартак»ҡа ҡайтты...
Ҙур спорт тирәләй
Билдәле футболсы, 40 йәшлек ярымһаҡсы Андрей Тихонов 11 йылдан һуң яратҡан командаһына әйләнеп ҡайтты. «Спартак» клубында һигеҙ йыл уйнап, уның составында һигеҙ тапҡыр Рәсәй чемпионы булған спортсы оҙаҡ йылдар төрлө командаларҙа сығыш яһаны. 2000 йылда ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында «Спартак»тан китеп, Андрей башта Израилдең «Маккаби» клубында һигеҙ уйын уҙғарып, һамарҙың «Кр. Советов» клубына юллана. Унда дүрт миҙгел сығыш яһағандан һуң, ике йыл «Химки» командаһында көн күрә. Һуңынан хатта ҡаҙағстанға барып сыға. 2010 йылда ҡабат «Химки»ға әйләнеп ҡайта. Һәм бына йәнә «Спартак», тик хәҙер уйынсы-тренер булараҡ сығыш яһаясаҡ.

Роберто Карлос «Анжи»ҙы яулай
Ҙур спорт тирәләй
Бразилия йыйылма командаһы составында 2002 йылда донъя чемпионы исемен яулаған билдәле футболсы Роберто Карлостың Рәсәйгә килеүе ихтимал. ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, 37 йәшлек спортсы Махачкаланың «Анжи» клубы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып бара. Футбол донъяһында иң көслө уйынсы һаналған Роберто Карлос Дағстандың баш ҡалаһында йылына биш миллион доллар аҡса аласаҡ.

Иван Скобрев – чемпион!
Ҙур спорт тирәләй
Конькиҙа йүгереү буйынса донъя беренселегендә Олимпия уйындары призеры Иван Скобрев, классик күп алышта еңеүсе булып, донъя чемпионы исемен яуланы. Был уңыш Рәсәй тарихында тәүге булып тора, сөнки 1987 йылдан бирле беҙҙекеләрҙең ошо төрҙә юғарыға күтәрелгәне юҡ ине. СССР заманында Николай Гуляевҡа ошо дистанцияла алтын миҙал яуларға насип була.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына