RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Киттек «Гагарин»ға…

01.03.2019 Киттек «Гагарин»ға…

йәки КХЛ-дың көслө 16 командаһы Гагарин кубогының 11-се еңеүсеһен асыҡлау өсөн плей-офф уйындарын башланы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайҙан ҡайтышлай Магнитогорскиға барып, «Салауат Юлаев»тың уңышына көйәрмәндәр менән ҡуша ҡыуанды.

Ғөмүмән, даими беренселеккә йомғаҡ яһап, ЦСКА-ны сираттағы чемпионатта еңеүе менән ҡотларға кәрәк. Улар инде дүртенсе тапҡыр континент Кубогын яуланы. Тик бына төп призды 11 миҙгел буйына яулай алмай интегә. Шулай уҡ «Автомобилист» та үҙ тарихында тәүгә Көнсығыш конференцияһы еңеүсеһе булып таныла. Ҡаҙағстандың «Барыҫ»ы­ның да быға тиклем былай уҡ өҫкә күтәрелгәне булмай.
Шулай итеп, плей-оффтың беренсе көнөндә «Металлург» – «Салауат Юлаев», «Авангард» – «Аҡ барс», «Локомотив» – «Сочи» һәм «Йокерит» – «Динамо» (Мәскәү) командалары көс һынашты. Дүрт осрашыуҙың икәүһендә тик өҫтәмә ваҡытта ғына еңеүсе асыҡланды. «Аҡ барс» дәғүәсеһенән 6:0 иҫәбенә еңелде. «Йокерит» үҙендә «Динамо»ны алдыра алманы. Иҫәп ҡунаҡтар файҙаһына – 2:4. «Локомотив» дәғүәсеһенә еңелә килеп, һөҙөмтәлә овертаймда еңеүҙе тартып ала алды. Ә инде Магнитогорск менән Өфө араһын­дағы бәйге тик 100-сө минутта ғына хужалар файҙаһына тамамланды. Күберәк ваҡыт юлаевсылар «Металлург» ҡапҡа­һына ҡурҡыныс менән янаһа ла, мөмкинлеген файҙаланманы. Ткачевтың ғына гол индерергә биш-алты мөмкинлеге булды. Йәл…

Бер тәүлектән һуң улар йәнә осрашты. Был юлы өфөләр дилбегәне үҙ ҡулына алып, тәүге ике осорҙа уҡ икешәр гол индереп, өҫтөнлөгөн нығытып ҡуя. Хужалар тик һуңғы осорҙа ғына иҫәпте сылата һәм уйын ҡунаҡтар файҙаһына 4:1 иҫәбенә тамамлана. Бөгөн улар бәйгене Өфөлә дауам итә.




Ут күршебеҙ йәл... Улар икенсе ос­рашыуҙа ла «Авангард»ҡа ҡаршы бер ни ҡыла алмай, 6:3 иҫәбенә отолдо. Шулай уҡ «Йокерит» та «Динамо» клубына икен­сегә еңелде. «Локомотив» уйынсылары был юлы «Сочи» командаһын 3:0 иҫәбенә алдырҙы. Йыл да кубокка төп дәғүәсе булған СКА «йондоҙ»ҙары уйламағанда «Спартак»ка 0:2-гә бирелде. «Барыҫ» – «Торпедо» – 4:1, «Автомобилист» – «Трактор» – 3:0, ЦСКА – «Витязь» – 4:0.



Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. Аманов




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына