RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бер юлы – өс «алтын»!

19.01.2019 Бер юлы – өс «алтын»!

йәки Рәсәй йыйылма командаһы биатлонсылары Донъя кубогының дүртенсе этабын триумф менән тамамланы


Биатлон буйынса донъя кубогының дүртенсе этабы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн, һуңғы сығыштарына ҡарағанда, иң уңышлыларынан булды. Ул бер ярышта өс алтын миҙал яулап, күптән көтөлгән үрҙәргә эйә булды. Сөнки һуңғы йылдар­ҙа беҙҙекеләр төрлө ҡыйынлыҡҡа эләгеп, соҡорҙан сыға алмай ыҙаланды. Ҡыҫҡаса әйткәндә, биатлонсылар бер урында тапанып, һирәк-мирәк кенә призерҙар исемлегендә күренде. Һәм бына, ниһайәт, бер юлы өс «алтын». Афарин!

Иң беренсе булып Рәсәй ҡумтаһына юғары награданы команда лидерына әйләнгән Александр Логинов килтерҙе. Ул быға тиклем шәхси беренселектә яулаған ике көмөш һәм ике бронза миҙалы янына үҙ карьераһында тәүге «алтын»ды ла һалып ҡуйҙы. Донъя биатлон «йондоҙ»ҙары өсөн уның уңышы, әлбиттә, эҙһеҙ ҡалманы. Улар Логиновтың элекке гонаһтарын йәнә иҫләп, ябырылды. Йәнәһе, элек допинг ҡулланғаны өсөн барыһы алдында ғәфү үтенергә тейеш. Нисек тә булһа, кешене батырырға әҙер генә торалар. Нишләйһең, Көнбайыш илдәре элек-электән беҙгә ҡарата ыңғай мөнәсәбәттә булманы инде. Булмаҫ та… Шуға күрә беҙгә тағы ла нығыраҡ тырышып, уларҙың үҙҙәренең башын «эйҙерергә» кәрәк. Ә Логинов маладис!

Һуңынан ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ эстафета командалары барыһын да артта ҡалдырып, триумф менән дүртенсе этапты тамамланы. Башта ҡатын-ҡыҙ командаһы составында йүгергән Евгения Павлова, Маргарита Васильева, Лариса Куклина һәм Екатерина Юрлова-Перхт финишта беренсе булып, 2012 йылдан алып тәүгә ҙур уңышҡа өлгәште. Ә бит составтағы дебютанттар – Павлова, Васильева һәм Куклина тәү тапҡыр ярышҡа сыҡты. Һуңғы арала бит, ҡатын-ҡыҙ составына алмаш юҡ тип, Акимова, Виролайнен, Подчу­фарова кеүектәргә өмөт бағланылар. Ярай әле улары, бала табып, ялға китеп бөттө. Командала әле үк дәғүәселек күренә башланы. Шулай уҡ Морозова, Миронова, Гербулова кеүектәр сират көтөп тора. Боҙ ҡуҙғалды шикелле… Ир-ат командаһында ла үҙгәрештәр күренә. Шипулин киткәс, команда лидерһыҙ ҡалды, тип баш ватып та өлгөрмәнек, уға алмаш та килеп сыҡты. Улар ҙа эстафетала хайран итте. Командаға әйләнеп ҡайтҡан Дмитрий Малышко менән Максим Цветков әлегә уңышҡа өлгәшмәһә лә, эстафета еңеүенә тос өлөш индерҙелер. Евгений Гараничев менән Александр Логинов, уларҙың башланғысын дауам итеп, Рәсәй командаһына өсөнсө «алтын»ды яуланы.

Элекке көн Германияның Рупольдинг тигән биҫтәһендә Донъя кубогының бишенсе этабы башланды. Рәсәй командаһы составы бер генә үҙгәреш кисер­ҙе. Валерия Васнецова урынына Анастасия Морозова ярышасаҡ.

IBU кубогы ярыштарында ла Рәсәй спортсыларына етеүсе юҡ тиерлек. Хатта бер ярыш көнөндә беҙҙең ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ биатлонсылары бөтә призлы урынды яулап, 100 процентлы һөҙөмтәгә өлгәште. Яҡташта­рыбыҙ Антон Бабиков менән Эдуард Латипов та улар исемлегендә булды.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына