RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көрәш буйынса Рәсәй чемпионы – Рушан ИЛЬЯСОВ

06.01.2019 Көрәш буйынса Рәсәй чемпионы – Рушан ИЛЬЯСОВ

Быйылғы йыл Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тыуып үҫкән егет өсөн бик уңышлы булды. Әлшәй, Илеш, Асҡын, Шишмә, Ауырғазы райондарының һабантуй байрамдарында һәм Дим буйы йәштәре йыйынында ҡатнашып, рәттән 1-се урынды яулап, Рушан үҙенең “алтын”дарының һанын арттырҙы. Бынан тыш, ул Өфө ҡалаһы һабантуйында һәм ҡала мэры кубогына үткәрелгән турнирҙа 2-се урындарҙы алды. Ҡурған өлкәһендә үткән Рәсәй ауыл һабантуйында иһә еңеп кенә ҡалманы, чемпиондар араһында йәрәбә буйынса машина отто.

Ун тапҡыр – Башҡортостан, бер тапҡыр Волга буйы федераль округы чемпионы, ике тапҡыр Урал кубогы еңеүсеһе, биш тапҡыр Рәсәй чемпионатының көмөш призеры Рушан Ильясов үҙенең 12 йыл буйы күңелендә йөрөткән иң ҙур хыялын тормошҡа ашырҙы: 7 – 8 декабрҙә Ҡазан ҡалаһында үткән Рәсәй чемпионатында ул алтын миҙал яуланы. Илдең өр-яңы чемпионы гәзитебеҙ аша үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:

– Һәр ярыш һайын минең өсөн борсолоп, шул уҡ ваҡытта еңеүгә көс, дәрт биреп торған ата-әсәйемә, ғаиләмә, туғандарыма, дуҫтарыма һәм тренерҙарым Илдус Йәғәфәр улы Нәҙершин менән Рәмил Рәил улы Ғәлимовтарға рәхмәтлемен. Уларға һәм барлыҡ “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға Яңы йылдың уңыштар, һаулыҡ-бәхеттәр, именлек һәм еңеүҙәр килтереүен теләйем,– ти ул.

Әйткәндәй, Рушандың Рәсәй чемпионы булыуына иң ҙур бүләкте ҡатыны Гүзәлиә әҙерләгән: күптән түгел йәш ғаиләлә тәүге бәпәйҙәре – малайҙары тыуҙы. Рушан улына үҙенең юлын дауам итер, киләсәктә Рәсәй чемпионы булыр, тигән өмөттәр менән Батыр тигән исем ҡушты.




Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Юлай КӘРИМОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына