RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Логинов ике «бронза»лы булды

17.12.2018 Логинов ике «бронза»лы булды


Словенияла биатлон буйынса донъя кубогының беренсе этабы тамамланды

Рәсәй йыйылма командаһы, Логинов арҡаһында ике бронза миҙал яулап, башҡа миҙгелдәргә ҡарағанда уңышлы ғына сығыш яһаны.
Геройыбыҙ башта спринтта «бронза» алһа, һуңынан эҙәрлекләү ярышында ла финишта өсөнсө булды. Әгәр йығылмаһа, бәлки, еңеүсе лә булыр ине. Башҡа командалаш иптәштәре әллә ни ҡыуандырманы. Тәжрибәле Гараничев 22-се һәм 24-се урындарҙы яулаһа, маҡталған Малышко бер ярышта 70-се һөҙөмтә күрһәтеп, эҙәрлекләү ярышына бөтөнләй эләкмәне. Төп командала тәүгә сығыш яһаған икенсе яҡташыбыҙ Эдуард Латипов үҙен ярайһы ғына күрһәтте. Ул 41-се һәм 43-сө урындарға сыҡты. Башҡа дебютанттар ҙа уртансылар рәтендә.

Ә бына ҡыҙҙарыбыҙ өмөт осҡоно ҡабыҙҙы. Әллә ни билдәле булмаған Павлова спринтта һигеҙенсе булып, эҙәрлекләү ярышында 10-сы һөҙөмтәгә өлгәште. Васильева ла 13-сө һәм 15-се урындарҙы яуланы. Васнецова 31-се һәм 21-се булһа, билдәле Юрлова-Перхт спринтта 48-се һөҙөмтә күрһәтеп, эҙәрлекләүҙә 17-се булды. Старых 12-се һәм 8-се һөҙөмтә менән хушһынды.

Дөйөмләштереп әйткәндә, Слепов менән Кайшеваның һөҙөмтәһе ҡәнәғәтләндермәһә лә, команда етәкселеге киләһе этапҡа ла уларҙы йәлеп итергә булды. Ә бит IBU кубогы ярышында Бабиков, Поварницын, Морозова һәм Миронова уңышлы старт алып, уларҙы алмаштырырҙай ине. Күрәһең, уларға тағы бер мөмкинлек бирмәкселәр.

PS: Кисә, Австрияла башланасаҡ икенсе этап алдынан, Рәсәй йыйылма командаһына урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре килә. Улар, 2017 йылда үҙендә уҙған донъя чемпионаты тикшереүҙәренә һылтанып, беҙҙең биатлонсыларҙы допинг ҡулланыуҙа ғәйепләй. Улар араһында Шипулин, Гараничев, Логинов, Волков, Старых, элекке баш тренер Касперович, ике табип һәм ике массажсы бар. Тик шуныһы ҡыҙыҡ: ниңә улар был хаҡта ошоға тиклем өндәшмәгән? Аптыраҡ...




Автор: Н.Ҡәҙербаев
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына