RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һынатманы беҙҙең егеттәр!

24.07.2018 Һынатманы беҙҙең егеттәр!

Һынатманы беҙҙең егеттәр!
9-сы Бөтә Рәсәй ауыл уйындарында Башҡортостандан алты көрәшсе чемпион исемен яуланы

Ҡурған өлкәһенең Әлмән ауылында үткән был сарала 30 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Байрамға шулай уҡ Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов менән Ҡурған өлкәһе губернаторы Андрей Кокорин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова ла килгәйне.
Ат сабышы, бағанаға үрмәләү, йүгереү, тоҡ менән һуғышыу, һикереү, таш ырғытыу, ҡул көрәше кеүек спорт ярыштары, Башҡортостан һәм Татарстан артистары ҡатнашлығында ҙур концерт, милли үҙенсәлектәрҙе, халыҡ йәшәйешен сағылдырған тирмәләр ҡаласығы – быларҙың барыһы ла тамашасы­лар­ҙың күңелен күтәрҙе. Байрам яҡшы кәйефтә, йәнле аралашыу менән үтте.
Ә бына милли көрәштә ҡатнаш­ҡан Башҡортостан егеттәре республикаға ҙур дан алып ҡайтты: бар ауырлыҡ категорияһында ла улар алдынғылыҡты бирмәне. Рушан Ильясов (Ауырғазы), Айгиз Зөл­ҡәрнәев (Ҡыйғы), Айгиз Зәйнет­динов (Мәсетле), Рөстәм Исламов (Саҡмағош) ғәҙеллек менән еңеү яулап халҡыбыҙҙы күтәрҙе. Ә Федоровка районынан Рәдиф Аҡсурин абсолют чемпион булһа, Стәрлебаш районынан Рафиҡ Шароян мәктәп уҡыусылары араһында еңеү яуланы. Татарстан Президентының төп бүләге – “Лада-Гранта” автомобиле йәрәбә буйынса Рушан Ильясов өлөшөнә төштө.
– Башҡа республикалағы көрәшселәр икешәр-өсәр машина алған саҡта беҙ, еңел ауырлыҡ категорияһы көрәшселәре, гел мәхрүм ҡала килдек. Сөнки уларҙа бүләк гел шулай йәрәбә буйынса бирелә, ә беҙҙә абсолют чемпион ала. Бер машинаға биш егет тейәлеп барғанда шаяртып ҡына, ҡайтҡанда машина икәү була, иркенләп ҡайтырбыҙ, тип һөйләшкәйнек. Еңеү бер ваҡытта ла еңел бирелмәй, әммә ул ғорурлыҡ тойғоһо бирә. Башҡортостан өсөн дан яулау – ул минең өсөн икеләтә бәхет! – ти өр-яңы автомобиль эйәһе Рушан Ильясов.

Нургөл ШӘРИПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына