RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Маҡсаттары иҫенә төштө...

28.12.2010 Маҡсаттары иҫенә төштө...

Быйылғы йылдың һуңғы ике уйынын «Салауат Юлаев» командаһы Хабаровскиҙа урындағы «Амур» хоккейсылары менән уҙғарасаҡ. «Амур» әлегә 35 мәрәй менән, уйынына ярашлы, турнир таблицаһының 20-се баҫҡысында килә. Юлаевсылар иһә, үҙ майҙанында өс еңеү яулап, оҙаҡ ваҡыт үрҙә килгән Мәскәүҙең «Динамо»һын ҡыҫырыҡлап, икенсе баҫҡысҡа үрмәләне. Хәҙер улар иҫәбендә – 74 мәрәй. Юғарыла – «Металлург» /Мг./ /76 мәрәй/.
Ғөмүмән, әле уҙған һуңғы турға килгәндә, плей-офф зонаһына эләгер өсөн ундағы командалар араһында көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа. 19-сы урында һөйрәлеп килгән данлыҡлы ЦСКА командаһы, иҫенә килгәндәй, еңеүгә ынтыла башланы. Тик һуң түгелме икән? Сөнки Гагарин кубогын яулау өсөн стартҡа сыҡҡан 23 команданың 16-һы ғына уға дәғүә итә ала. Ә бит беренселек башланғанда барыһы ла маҡсат итеп плей-оффты ҡуя. Шул уҡ билдәле «Спартак» клубын алайыҡ. Ул да эләгеү-эләкмәү һыҙатында тора. Һуңғы уйындарҙа хәлен тағы ла мөшкөлләйтте. Ул – 49 мәрәй менән турнир таблицаһының 15-се урынында. 35 мәрәй йыйған «Автомобилист» та нимәгәлер өмөт итә. Юлаевсыларға ҡаршы ике осор буйына ҡаршылыҡ күрһәтеп, хатта бер осор өҫтөнлөк итеп тә, тәжрибәле командаға отолғас, уның баш тренеры уйындан һуңғы матбуғат конференцияһында хыялын йәшермәне. Улар ҙа плей-оффҡа эләкмәксе. Ә инде «Витязь» менән «Металлург» /Нк./, моғайын, беренселекте үҙ юҫығында тамамлар.
Беренселек дауам итә, сюрприздар булыр әле.
* * *
Үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса донъя беренселеге башланды. «В» төркөмөнә эләккән Рәсәй менән Канада командалары тәүге уйынын уҙғарҙы, һәм майҙан хужалары, Рәсәй үҫмерҙәрен 6:3 иҫәбенә отоп, еңеү яуланы. Шулай уҡ беҙҙең төркөмдәге Швеция уйынсылары Норвегияны 7:1 иҫәбенә ҡыйратты.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына