RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Финалға торошло сирекфинал

19.03.2018 Финалға торошло сирекфинал

Финалға торошло сирекфинал
йәки «Салауат Юлаев» хоккейсылары етенсе хәл иткес уйында «Авангард» командаһын еңеп, Көнсығыш конференцияһының ярымфиналына сыҡты

Валидоллы бәйге тигәндәре ошолай була икән… Күптән КХЛ-да бындай көсөргәнешле, матур алыш булғаны юҡ ине әле. Ике дәғүәсе лә киләһе стадияға сығырға лайыҡ ине, әммә ҡағиҙә буйынса уларҙың береһе генә юлын дауам итте.
Омск уйынсылары һуңғы мәлдә генә плей-оффҡа эләгеп өлгөрһә лә, улар бар йәһәттән дә КХЛ-да көслөләр рәтендә һанала. Шуға ла өфөләр менән булған бәйге һуңғы нөктәгә барып етеп, Омск өлкәһе менән Башҡортостан хоккей һөйөүселәренә генә түгел, бөтә Рәсәйгә ҙур байрам яһаны. Күптәр осрашыуҙа төп фаворит итеп юлаевсыларҙы күрһә лә, «Авангард» һәр уйын һайын «тырнағын» күрһәтеп, бәйгене һуңғыһына алып барып еткерҙе. Етенсе хәл иткес алышты ла улар өҫтөнлөк менән башланы. Беренсе осорҙа уңышҡа өлгәшеп, ҡалғанында ла тиҙлеген кәметмәҫкә уйлағайны, әммә тәнәфестән һуң майҙан хужалары дилбегәне үҙ ҡулына алды. Паниндың матур пасын Бурдасов оҫта файҙаланды һәм иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Унан һуң да юлаевсыларҙың иҫәпте арттырыу­ға мөмкинлектәре булды, тик ҡунаҡтарҙың ҡапҡасылары һәр ваҡыт урынын дөрөҫ һайлап, шайбаға кәртә булып торҙо. Төп ваҡыт тамамланыуға ике минут тирәһе ҡалғанда әлеге лә баяғы Паниндың ҡапҡаға сойорғотҡан шайбаһын Хартикайнен эләктереп алып, бар эшен туҡтатып, «йәшник»кә текәлгән миллионлаған республика халҡын үрә һикерергә мәжбүр итте. Булды, беҙ сыҡтыҡ, ур-ра! Юҡ, шул, алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, тигәндәре лә дөрөҫ булып сыҡты. Судья шоуҙы дауам итергә булып, юҡ-барҙан осрашыу геройы – Хартикайнен яғынан тәртип боҙоуҙы күреп, уны ике минутҡа штраф эскәмйәһенә ултыртты. Ҡаршы яҡ командаға уйынды ҡотҡарып ҡалырға өмөт осҡонон ҡабыҙҙы. Һәм шул ваҡытта тағы бер геройыбыҙ – оҫта пас биреүсе Панин да оҫта итеп шайбаны ситкә, йәғни трибуна яғына сойорғотто. Ҡағиҙә буйынса хөкөм итеүсе ғәйеплене ике минутҡа штраф эскәмйәһенә оҙатты. Бер минутта ике геройыбыҙ антигеройға әйләнде лә ҡуйҙы. Өфөләр өсәү ҡалды. Үәт, исмаһам, мөмкинлек. Ҡунаҡтар ҡапҡа һаҡсыһын да алтынсы уйынсыға алмаштырып, бөтә командаһы менән тиерлек ҡапҡабыҙға ябырылды. Бында ни гол индермәһәң, көлкө инде. Һәм улар судья ярҙамында беҙҙе «көлдөрҙө…». Ә бит хөкөм итеүселәр уйын буйына командаларға уйнарға биреп, юғарыла яҙылғанға оҡшаш тәртип боҙоуҙарға күҙен йомдо. Күрәһең, ысынлап та хоккей байрамын туҡтатмай, һуҙырға булды.
Шулай итеп, өҫтәмә ваҡытҡа ла сират етте. Юлаевсылар боҙға һағайып сыҡһа, ә инде ҡунаҡтар уйынды дәртләнеп башланы. Овертаймдың 13-сө минутында Лисиндың тырышлығы арҡаһында Гончаров уңышҡа өлгәшеп, «Салауат Юлаев»ҡа эшлекле еңеү килтерҙе. Үәт, исмаһам, сирекфинал! Башҡа командалар күптән инде үҙ-ара уйнап, дәғүәселәрен көтөп ятҡанда, Өфө менән Омск Рәсәй хоккей һөйөүселәренә оҙаҡ ваҡыт хәтерҙә ҡалырлыҡ шоу яһаны.
«Салауат Юлаев» командаһы бөгөн үк боҙға сығып, инде ярымфиналда Силәбенең «Трактор»ына ҡаршы һынау тотасаҡ. Улар иһә, сирекфиналда «Нефтехимик» уйынсыларын дөйөм 4:1 иҫәбенә еңеп, дәғүәсеһен көтөп ҡалғайны. Юлаевсыларҙың быға тиклем «Трактор» клубы менән плей-оффта осрашҡаны булмай. Ә бына даими беренселектә улар үҙ-ара 21 уйын уҙғарған. 11 тапҡыр еңеү өфөләр яғында булһа, 10-нда күршеләр өҫтөнлөк иткән. Һуңғы ике бәйгелә лә «Трактор» командаһы юлаевсыларҙы 3:2 һәм 4:3 иҫәбенә ота.
Көнсығыш конференцияһының икенсе ярымфиналында «Аҡ барс» менән «Металлург» уйынсылары сәкәләшәсәк. Көнбайышта – СКА – «Локомотив» һәм ЦСКА менән «Йокерит» клубтары үҙ-ара көс һынашасаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына