RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы менән осрашты

22.05.2017 Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы менән осрашты

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы менән осраштыКисә, 21 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселеге менән осрашты.
Бынан алда «Өфө» футбол клубы Премьер-лиганың һуңғы 30-сы турында Екатеринбургтың «Урал»ын 1:0 иҫәбе менән еңде һәм турнир таблицаһында етенсе урынды биләне. Был – клуб тарихында иң яҡшы һөҙөмтә.
– Яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлағым килә – беҙҙең команда Рәсәй чемпионатында етенсе урынды яуланы. Был – тарихи үҙгәреш. Мин күп йыллыҡ стажлы көйәрмән булараҡ һеҙҙе ихлас ҡотлайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ һеҙҙең менән бик юғары планка ҡуйҙыҡ. Уны һаҡлап ҡалыу зарур. Киләһе миҙгелдә тағы ла әһәмиәтлерәк һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн беҙҙә резервтар булыуын аңлайым. Бының өсөн тырышып эшләргә кәрәк. Беҙ барыбыҙ ҙа – көйәрмәндәр, клуб етәкселеге һәм, иң мөһиме, футболсылар – командабыҙ алға табан барһын өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ.

«Өфө» футбол клубы 2010 йылдың 23 декабрендә «Башинформсвязь – Динамо» командаһы базаһында булдырылған. 2012 йылдан ул Милли футбол лигаһында ҡатнаша. Милли футбол лигаһы беренселегенең 2013/2014 йылдар миҙгеле йомғаҡтары буйынса баш ҡала клубы дүртенсе урынды алды һәм Премьер-лигала урын яуланы.

Юғары дивизионда тәүге ике миҙгелде «Өфө» футбол клубы, Премьер-лигала сығыш яһауҙы дауам итеү хоҡуғын һаҡлап, 12-се урында тамамланы. 2015/2016 йылдар миҙгелендә команда тәүге тапҡыр етенсе урынды алды һәм Рәсәйҙең көслө клубтары иҫәбенә инде. «Өфө» футбол клубы, барлығы 43 мәрәй йыйып, 30 уйындан 12 еңеү яуланы, 11 тапҡыр еңелде. Ете матч тигеҙ иҫәп менән тамамланды.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына