RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Салауат Юлаев»ҡа – 55 йыл

30.11.2016 «Салауат Юлаев»ҡа – 55 йыл

«Салауат Юлаев»ҡа – 55 йылйәки 1961 йылдың 25 ноябрендә юлаевсылар Силәбенең «Металлург»ы менән тәүге рәсми уйынын уҙғара

Быйыл «Салауат Юлаев» клубы өсөн юбилей йылы. Команданың тәүге рәсми уйын уҙғарыуына – 55 йыл. Улар 1961 йылдың 25 ноябрендә Силәбенең «Металлург»ы менән осрашып, уларға 3:1 иҫәбенә еңелә. Шулай уҡ СССР беренселеге башланыуға ла 70 йыл тула.
Шул уңай менән бөгөн өфөләр даими беренселектең сираттағы бәйгеһендә «Динамо» (Мәскәү) хоккейсылары менән ретро формала сығып уйнаясаҡ. Ә инде уға тиклем ике көн элек «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙендә «Витязь» уйынсыларын ҡабул иткәйне. Быға тиклем ете осрашыу­ҙан торған уңышынан һуң, өфөләр «Сочи» командаһына буллит серияһында еңелеп, үҙендә «Витязь» уйынсыларына ла отолдо.
Улар уйын буйына тиерлек дәғүәсеһенән күп ваҡыт өҫтөнлөк итеп тә, алдыра алманы. Юлаевсыларҙың тәүге осорҙоң һуңғы минутында индергән голына төп ваҡыт тамамланыуға ете минут тирәһе ҡалғанда яуап биреп, ҡунаҡтар йәнә уңышҡа иреште һәм еңеү яуланы. Әлегә Захаркиндың тәрбиәләнеүселәре 57 мәрәйе менән Көнсығыш конференцияһының дүртенсе баҫҡысын биләй. Беҙҙән артта килеүсе «Трактор» командаһы ете мәрәйгә ҡалыша. Ә инде юғарыла – шул уҡ «Металлург» (Мг.) (74 мәрәй), «Авангард» (67 мәрәй) һәм «Аҡ барс» (68 мәрәй).










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына