RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәш гимнастар

24.04.2015 Йәш гимнастар

Йәш гимнастар Байым урта мәктәбендә элек-электән спортҡа бик етди иғтибар бүленә. Ата-әсәләр ҙә балаларының физкультура дәрестәрен яратыуына, төрлө ярыштарҙа ҡатнашыуына тик ыңғай ҡарашта. Быйылғы уҡыу йылы башланыу менән, район кимәлендә уҙғарылған төрлө спорт сараларында әүҙем ҡатнаша башланыҡ. Ә бына дөйөм гимнастика буйынса ярыш районда бишенсе тапҡыр үткәрелә. Башта “Дөйөм гимнастика нимә була, бөтә төр бергә ҡушылғас, снарядтарҙа эшләү ҡайҙа була икән?” – тигән кеүек һорауҙар күп булды. Традицион гимнастиканы яңыға алмаштырыу – бер яҡтан, яңыны өйрәнеү ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа, икенсе яҡтан, был төрҙө алып барып сығарып булырмы икән, тигән уйҙар башта ҡайнаны. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, эште ҡурҡа-ҡурҡа башлап ебәрҙек. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәне. Балаларҙың тырышып эшләүе, музыка аҫтында ирекле күнегеүҙәр, акробатика, спорт ҡорамалдарында күнекмәләр – дөйөм гимнастиканың һәр бүлегендә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һоҡланғыс сығыштары яңынан-яңы уңыштар килтереп торҙо. Район кимәлендә үткән ярышта быйыл да (бишенсе йыл!) еңеү яулап, артабан төбәк ярыштарында район намыҫын яҡлар өсөн Ейәнсураға юлландыҡ. Былтыр Стәрлетамаҡта үткән республика финал ярыштарында беренсе урын алғанлыҡтан, Иҫәнғолда ярышты асып, флагты күтәреү хоҡуғы ла беҙгә бирелде. Район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе алып биргән матур формаларҙа сығыш яһаусы өр-яңы состав уҡыусылары ла һынатманы. Йәрәбә буйынса, һәр ваҡыттағыса, беҙҙең сығыш – беренсе. Фәниә Дәүләтбаева, Дил­бәр Мөхәмә­ҙиева, Алина Хита­буллина, Нурзиә Ғәлиәк­бәрова, Камила Нафиҡова, Денис Савенюк, Илһам Шаһыба­лов, Ғайсар Хәй­буллин, Айгиз Сәйетғәлин, Рәмис Таштимеров өс төрҙә лә (ирекле күнекмә, акробатик күнекмә һәм акробатик һикереү) уңышлы сығыш яһап, юғары әҙерлек күрһәтте. Денис Савенюк һәм Дилбәр Мөхәмәҙиева гимнастик һикереүҙән – беренсе, Нурзиә Ғәлиәк­бәрова һәм Илһам Шаһыбалов акробатик һикереүҙән икенсе урын яуланы.
Шулай итеп, йәш гимнастар төрлө райондан килгән спортсылар араһында иң күп мәрәй йыйҙы һәмтөбәк этабында тағы ла еңеү яуланы. Алда эштәр күп. Еңеүселәр булараҡ, беҙ хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк финалға ныҡлы әҙерләнәбеҙ, Әбйәлил намыҫын яҡшы яҡларбыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Бөтә яҡлап беҙгә ярҙам иткән ата-әсәләргә, мәктәп коллективына, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәренә, бигерәк тә уҡыусыларыма, физкультура уҡытыусыһы Булат Айҙар улы Хажиәх­мәтовҡа, кәңәштәре һәм матди ярҙамы өсөн етәксебеҙ Ласын Марат улы Усмановҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Гөлниса ҒИЛМЕТДИНОВА,
Байым урта мәктәбенең
физкультура уҡытыусыһы.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына