«Йәшлек» гәзите » --- » Ер йөҙөндә иң бысраҡ нәмә – аҡса



23.10.2010 Ер йөҙөндә иң бысраҡ нәмә – аҡса

Ғалимдар кеше ҡулында йөрөгән аҡсаларҙы тикшергәс, улар­ҙа стрептококтар, ҡорһаҡ тифы, туберкулез, гепатит, дизентерия килтереп сығарыусы һәм сальмонеллез вирустары тапҡан. Ысынлап та, кемдәр ҡулы аша ғына үтмәй улар! Шуға күрә үҙ сәләмәтлеге хаҡында ҡайғыртҡан кеше аҡсаны тотҡандан һуң ҡулын йыуырға иренмәҫ, ундай мөмкинлек булмаһа, спирт, одеколон, ҡағыҙ еүеш салфеткалар менән булһа ла ҡулын һөртөргә тейеш.
Ғалимдар бындай вирустарҙы кәметер өсөн аҡсаны ҡояшта тотоп алырға кәңәш итә. Сөнки ҡояш нурҙары вирустар­ҙы үлтерә. Әлбиттә, аҡсаны дезинфекциялау – банкыларҙың бурысы. Улар ультрафиолет, инфраҡыҙыл нурҙар, ультратауыш, юғары йышлыҡлы нурландырыу ярҙамында аҡса купюраларын зарарһыҙландырырға тейеш.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға