«Йәшлек» гәзите » --- » Яңы шәхеснамә ғәмәлгә инә



28.06.2011 Яңы шәхеснамә ғәмәлгә инә

1 июлдән Рәсәйҙә яңы өлгөләге паспорт тапшыра башлаясаҡтар.
Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан хәбәр итеү­ҙәренсә, камиллаштырыл­ған документтың төп айырмаһы – өсөнсө битендә машина уҡый алырлыҡ ҡына яҙыуы булыу. Штрих-кодта шәхеснамәлә яҙылған бөтә мәғлүмәттәр индерелгән. Халыҡ-ара стандарттарға яраҡлаштырылған паспортты эшләп булмай. Самолет йәки поезға ябай паспорт менән билет алғанда операторҙар хата ебәрергә мөмкин, ә бындай паспорт менән хаталарға юл ҡуйылмай. Юл йөрөүселәргә Украина, Белоруссия, ҡаҙағстан, Молдова, Әрмәнстан сигендә паспорт контроле үтеүҙе лә еңелләштерә.
Элекке өлгөләге паспорттар үҙҙәренең ваҡыты сыҡҡансы ғәмәлдә ҡала. Граждандар яңы документты 14, 20, 45 йәше тулғас йәки фамилияһын үҙгәрткәндә алмаштыра ала.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға