«Йәшлек» гәзите » --- » Ҡала транспортында йөрөү хүефле!



21.10.2019 Ҡала транспортында йөрөү хүефле!

Бер аҙнала 900 ҡағиҙә боҙоу!

Һуңғы ваҡытта пассажирҙар йөрөтөүсе ҡала транспорттары ҡатнашлығында авариялар күбәйеү сәбәпле, баш ҡаланың ЮХДИ хеҙмәткәрҙәре махсус операция үткәрҙе. Ете көн эсендә улар ҡала транспорты менән бәйле 900 ҡағиҙә боҙоу осрағын теркәгән.
12 шофер хәрәкәт ваҡытында телефондан һөйләшкән, 109-ы - мөһим талаптарҙы үтәмәгән, 43 автобус төҙөк булмаған. 200-гә яҡын осраҡ - водителдәрҙең юл ҡағиҙәләренән боҙоуы. Бынан тыш тағы ла бик күп иҫкәрмәләр булған, протоколдар төҙөлгән.
Автобуста йөрөү ғүмер өсөн хәүефле! Әллә һәр ҡала транспортына ошо иҫкәртмәне ҡуйырғамы?





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға