«Йәшлек» гәзите » --- » Эшҡыуар булып, эшһеҙлек буйынса пособие алып та була икән



07.10.2019 Эшҡыуар булып, эшһеҙлек буйынса пособие алып та була икән

Шишмә районы прокуратураһы халыҡтың мәшғүллеге тураһында закондың үтәлешен тикшергән һәм мутлашыуҙы асыҡлаған.
2018 йылдың майында ҡасабала йәшәүсе бер ир эшһеҙлек буйынса иҫәпкә тороп, пособие ала башлаған. Әммә 2017 йылдың ноябрендә ул шәхси эшҡыуар булып теркәлгән булған. Пособие менән 480 мең килем алған. Иргә мутлашыуы өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Еңел генә өҫтәмә килем алып ятыуҙы белмәҫтәр , тип уйлағандыр, ахыры.
Хөкүмәтте алдарһың…



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға