«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Беҙҙеке – иң “текә” бишәү араһында



13.09.2013 Беҙҙеке – иң “текә” бишәү араһында

Беҙҙеке – иң “текә” бишәү араһындаМаладис, Алишер, тип әйтергәме икән? Бер сит илдең абруйлы ғына журналы бизнес донъяһындағы иң йоғонтоло шәхестәр­ҙе асыҡлау буйынса эш алып барған. Ни бары 50 кеше генә ингән исемлек биш бүлектән тора: «Банкирҙар», «Сәйәс­мәндәр», «Финанс идарасылар», «Йоғон­толо брокерҙар» һәм «Фекерләй белеүселәр». Рәсәйҙән «Металлоинвест», «Мега­фон» хужаларының береһе, «USM-холдинг»ҡа нигеҙ һалыусы Алишер Усманов биш иң уңышлы корпоратив брокер араһында.
Усмановтың иң яҡшы проекттары иҫәбенә «Corus» компанияһы акциялары менән алыш-биреште, инглиздәрҙең «Арсенал» футбол клубы акцияларының бер өлөшөн һатып алыуҙы, «Фейсбук» селтәренә инвестицияларын индерергә мөмкин. Алишер әфәнде донъяның юғары технологиялы халыҡ-ара компанияларына ла инвестор булыуҙан ҡурҡмай.
Быйыл июлдә генә Рәсәй Президенты Владимир Путин Алишер Усмановты дүртенсе дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ордены менән бүләкләне. Үткән аҙнала олигархыбыҙ 60 йәшен билдәләне.

«Лента» агентлығы сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға