«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » 14 513 һуғыш



10.02.2012 14 513 һуғыш

14 513 һуғыш
Хайуандарҙан, башҡа йән эйәһенән айырмалы рәүештә, кеше үҙенә оҡшаштарҙы үтә ныҡ вәхшилек менән үлтерергә һәләтле.
Ғалимдар иҫәпләп сығарыуынса, һуңғы алты мең йыл эсендә 14 513 һуғыш сығып, уларҙа өс миллиард 640 миллион кеше һәләк булған. Шуныһын да өҫтәргә кәрәк: ваҡыт үтә килә һуғыштар ҡиммәтләнә. Әгәр ҙә Беренсе донъя һуғышына 50 миллиард һум тотонолһа, икенсеһенә ун тапҡыр артығыраҡ аҡса киткән. Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағына донъяла ҡоралланыуға сарыф ителгән аҡса бер триллион долларға еткән. Был барлыҡ илдәрҙең медицинаға, торлаҡ төҙөүгә, экологияға бүленгән аҡсаһынан да ашып китә.

Ecologrf.ru сайты мәғлүмәттәре буйынса Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға