«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк



08.05.2019 Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Дәүләт башлығы алдында Антон Силуанов, Ольга Голодец, Максим Акимов һәм Юрий Борисов доклад менән сығыш яһаясаҡ.

РФ Президенты Владимир Путин бөгөн Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет ултырышын үткәрәсәк. Унда хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары - финанстар министры Антон Силуанов, вице-премьерҙар Ольга Голодец, Максим Акимов һәм Юрий Борисов доклад уҡып ишеттерәсәк. Бынан тыш, совет эшендә хөкүмәт ағзалары, ил башлығының федераль округтарҙағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре, йәмәғәт һәм эшлекле ойошмалар, эре компаниялар башлыҡтары, губернаторҙар, Рәсәй Дәүләт Советының етәкләүсе профилле эш төркөмдәре ҡатнашасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға