«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы



07.02.2019 Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы

Бөгөн, 7 февралдә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовты матур юбилейы - 85 йәше менән ҡотланы һәм БР Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

– Мортаза Ғөбәйҙулла улы, беҙ һеҙҙең наградлау битен тикшерҙек. Унда бар пункттар ҙа тултырылған – Рәсәй Федерацияһының бар юғары наградалары, "Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн" ордены бар, – тине Радий Хәбиров. - Шуға күрә лә һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләргә рөхсәт итегеҙ. Һеҙҙең хәйриә эшенә һәм тәжрибә тапшырыуҙа әүҙемлек күрһәткәнгә, республика үҫешенә көс һалыуығыҙға рәхмәт белдерәм.

Төбәк етәксеһе юбилярҙың Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә ҙур көс һалыуын билдәләп үтте.

– Республикала һеҙ уның өсөн күпте эшләгәнде барыһы ла аңлайҙар. Һеҙ төбәкте бик ауыр йылдарҙа етәкләнегеҙ һәм быға ҡарамаҫтан, бик ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул иттегеҙ. Һеҙҙең етәкселектә республика Рәсәй Федерацияһының иң йылдам үҫешкән, көслө субъекттарының береһенә әүерелде, - тине Радий Хәбиров. - Һеҙҙең төп ҡаҙаныш булып биләмәләрҙе, муниципалитеттарҙы үҫтереү, инфраструктура, эре предприятиеларға нигеҙ һалыу, заманса агросәнәғәт комплексын булдырыу тора. Иң мөһиме халыҡ һеҙҙе ярата, бөгөн меңәрләгән кеше һеҙҙе ҡотлай. Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйем. Һеҙ әүҙем кеше, беҙҙең өсөн остаз булып торағыҙ. Беҙгә һеҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ, ҡәтғилегегеҙ кәрәк. Республика файҙаһына тағы ла бергә эшләрбеҙ тип ышанам.
- Мин был йылы һүҙҙәргә бик рәхмәтлемен. Ысынлап та күп нәмәләр эшләнде. Мин һеҙҙең менән бергә оҙаҡ эшләнек, - тип белдерҙе Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Әлеге ваҡытта һеҙгә ауыр, сөнки республиканың хәле бөтөнләй икенсе. Һеҙгә һаулыҡ, түҙемлек һәм үҙ-ара килешеп эшләгән команда теләйем.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға