«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Йәмғиәт » Үҙ телеңде үҙең яҡла!



20.04.2018 Үҙ телеңде үҙең яҡла!

Үҙ телеңде үҙең яҡла!
йәки Татарстанда татар теленән Берҙәм республика имтиханы индерелде.

Күрше Татарстанда татар теле буйынса Берҙәм республика имтиханын тапшырыу акцияһы старт алды. Республикала ата – әсәләр, уҡытыусылар, яҙыусылар, дин әһелдәре менән рәттән чиновниктар туған телендә белемен һынап ҡарай. Улар араһында Татарстандың мәғариф һәм фән министры Рәфис Борхановта бар.БРИ һынауҙары тестары өс ауырлыҡта: беренсеһе — татар телен яҡшы белгән, икенсеһе — база кимәлендә һәм өсөнсөһөбашҡа милләт уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Күрше төбәктә2017 – 2018 уҡыу йылы аҙағында татар теленән Берҙәм республика имтиханын 18 бала тапшырасаҡ.
Туған телдәр өсөн көрәш барғанда, үҙ телебеҙҙе уҡытыуҙы һорап ғариза яҙыу хәленә төшкәндә, күршеләр татар телендә Берҙәм республика имтиханын тапшыра. Әйткәндәй, улар ҙа яҙа ғаризаны, шул уҡ ваҡытта татар телен уҡытыуҙы мөмкин тиклем юғарыраҡ кимәлдә һаҡлап ҡалыу эшенә тотондо. Үкенескә күрә,үҙебеҙҙең туған телебеҙ буйынсаәлегәбыл йәһәттән башҡарылған маҡтанырлыҡ эштәр юҡ. Бөгөн башҡорт исемен йөрөткән белем биреү учреждениеларының статусын һаҡлап ҡалыу буйынса ла көрәш бара. Рәми Ғарипов исемендәге 1 – се башҡорт республика гимназия – интернатының Уставына индерелгән үҙгәреш буйынса март башында шау - шыу ҡупҡайны. Баҡһаң, 74 йыллыҡ тарихҡа эйә, 1943 йылда башҡорт халҡын һаҡлап ҡалыу, милли кадрҙарҙы әҙерләү маҡсатында ойошторолған уҡыу йорто Уставының «Учреждениела белем биреү телдәре башҡорт һәм рус телдәре. Башҡорт телендә белем биреү Башҡортостан Республикаһының закондарына ярашлы башҡарыла. Сит телдәрҙе өйрәнеү уҡыу планына ярашлы атҡарыла» тигән пункты — «Тел, мәғариф телдәре Рәсәй Федерацияһының закондарына ярашлы белем биреү программаһын тормошҡа ашырыусы Учреждениеның локаль норматив акттары менән билдәләнә» тип үҙгәртелгән. Һәм яңы Устав БР Мәғариф министрлығында раҫланған, тик ер йөҙөндә булмаған дата менән – ағымдағы йылдың 31 феврале, бына һиңә мә! Был шаяртыумы, әллә ведомствола даталар дөрөҫлөгөн тикшереүселәр юҡмы икән?! Яңы Уставҡа тәүгеләрҙән булып гимназия-интернаттың элекке сығарылыш уҡыусылары ҡаршы сыҡты һәм,былдокументарҡаһында тора-бара белем биреү учреждениеһы милли йөҙөн юғалтасаҡ, тип белдерҙе. Ысынлап та, төбәктә иң алдынғы милли урта белем биреү учреждениеһында милли мәғарифтың бөгөнгөһө һәм киләсәге хәүеф аҫтына ҡуйылды. Ошо сәбәпле үҙебеҙҙең милләт балаларының, төпкөлдән сыҡҡан һәләтле малай - ҡыҙҙарҙың был уҡыу йортона юлы быуыласаҡ. Бөгөн иһә элекке гимназистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре хоҡуҡи юл менән Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатының элекке Уставын тергеҙеүгә бөтә көсөн һала. Бындай үҙгәрештәр башҡорт статусын йөрөткән башҡа урта белем биреү учреждениеларын әлегә урап үтте, шөкөр.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың ата-әсәләр араһында бәхәстәр тыуҙырыуын иҫәпкә алып, Өфөнөң төрлө районында ошо темаға арналған ата-әсәләр йыйылыштары ойошторола башланы. Сөнкибик күп башҡорт милләтле ата-әсә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы кәрәкле тип тапмай, уның урынына икенсе бер предметты һайлауҙы хуп күрә. Был оло проблема.Уны хәл итеү өсөн мотлаҡ йыйылыштарға барығыҙ, үҙ телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн бер нисә һүҙ булһа ла әйтегеҙ!Башҡорт гимназияларын, лицейҙарын, мәктәптәрен, балалар баҡсаларын һаҡлап ҡалыуға бер кем дә битараф булырға тейеш түгел!
Кем белә, бәлки беҙ ҙә берәй мәл башыбыҙҙы ла күтәрмәй башҡорт теле буйынса Берҙәм республика имтиханын тапшырып ултырырбыҙ…

Л. ҺИҘИӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға