«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Владимир Путин Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә вертолет двигателе узелдарын етештереүҙе баһаланы



25.01.2018 Владимир Путин Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә вертолет двигателе узелдарын етештереүҙе баһаланы

Владимир Путин Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә вертолет двигателе узелдарын етештереүҙе баһаланы Дәүләт башлығы Башҡортостандың баш ҡалаһына сәфәре барышында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә булды. Владимир Путин вертолет двигателдәре узелдарын эшләү һәм ҡороу өсөн етештереү-технология үҙәген ҡараны.

Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе импортты алмаштырыу сиктәрендә күпселек «Ми» һәм «Ка» вертолеттары өсөн тәғәйенләнгән ВК-2500 вертолет турбовал двигателдәре узелдарын етештереү программаһында ҡатнаша. Алдан двигателдәр менән Украина тәьмин иткән. ВК-2500 двигателе компоненттары Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының башҡа заводтары менән Өфө предприятиеһы кооперацияһында етештерелә.

Дәүләт башлығына проект сиктәрендә булдырылған дүрт етештереү-технология үҙәгенең береһен күрһәттеләр. Предприятие хеҙмәткәрҙәре ПТЦ-185 үҙәгенең техник йыһазланышы тураһында һөйләне. Ул ВК-2500 турбина узелдарын һәм сопло аппараттарын етештереүҙә махсуслаша. Өфөлә ВК-2500 двигателенең 900-ҙән ашыу детале һәм йыйыу берәмеге етештереләсәк. Владимир Путин ВК-2500 двигателдәре өсөн Өфө предприятиеһында йыйылған деталдәрҙе һәм узелдарҙы ҡараны. Билдәләп үтергә кәрәк, Өфө предприятиеһына двигателдең «ҡыҙыу» өлөшөн етештереү беркетелгән, двигатель тулыһынса «ОДК-Климов»та йыйыла. Дәүләт башлығына һанлы электр идара итеү системаһы менән йыһазландырылған һәм юғары ҡулланыу сифаттарына эйә булған яңыса ҡоролған ВК-2500П һәм ТВ7-117С двигателдәрен күрһәттеләр. Һуңғыһы Ил самолеттары өсөн тәғәйенләнгән. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе шулай уҡ был двигателдең деталдәрен етештереү кооперацияһына инергә күҙаллай.

Шулай уҡ Президент Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә етештерелгән МС-21 авиалайнерҙары өсөн ПД-14 двигателе деталдәре һәм узелдары, газ ҡыуыу агрегаты экспозицияһын ҡараны. Етештереү урыны менән дәүләт башлығын «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Александр Артюхов һәм Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко таныштырҙылар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға