RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илдә тағы ҡаҙна тураһында ҡайғырта башланылар

27.09.2013 Илдә тағы ҡаҙна тураһында ҡайғырта башланылар

Илдә тағы ҡаҙна тураһында ҡайғырта башланыларҺуңғы ваҡытта ил Хөкүмәтенең эше менән ризаһыҙлыҡ белдереүселәр һаны артҡайны. Хәҙер бит һүҙ, фекер азатлығы, был хаҡта ҡурҡмай белдерә алаһың. Хатта, ул тиклем тәнҡиткә Премьер-министрыбыҙ Дмитрий Медведев нисек сыҙар икән, тип борсолдорғайны ла әле. Ул, афарин, бирешмәне һәм бына ошо көндәрҙә беҙҙең бөгөнгөбөҙгә, киләсәккә ҡағылышлы тос ҡына фекер-тәҡдимдәрен әйтеп тә ҡуйҙы. Улар, башлыса, бюджетҡа ҡағылышлы булһа ла, береһе бөтөн ғаиләләрҙе ҡыҙыҡһындырыр, уйландырыр, тип өмөтләнә.
Дмитрий Анатольевич ир менән ҡатын айырылышҡанда дәүләт пошлинаһы түләү күләмен күп тапҡырға арттырырға тәҡдим итә. Был хаҡта Федерация Советында сенаторҙар менән осрашыуында белдерҙе. Дөйөм алғанда, тәүҙә пошлинаны 30 мең һумға еткереү тураһында һүҙ булғайны. Финанс министрлығы белгестәре иһә ул күләмде, 4000 һум булһын, тигәйне. Әле пошлина хаҡы – 400 һум. “Моғайын, “алтын урталыҡ” 30 мең һум менән 4000 һум араһындалыр”, – тине Медведев. Был хаҡта етди уйларға кәрәк. Пошлина хаҡы юғары булһа, тарҡалырға йөрөгән ғаилә, бәлки, һаҡланып ҡалыр, тигән өмөт бар. Бер яҡтан, ул өмөт “һуҡыр” күренә. Ни өсөн тигәндә, айырылышырға йыйынған парҙар рәсми рәүештә айырылышмайынса ла айырым йәшәй ала. Был тәңгәлдә барыбер ғаилә һаҡланмай. Шулай ҙа пошлина түләү күләме етеш йәшәүсе парҙар өсөн бер ни тормай. Ул әлеге лә баяғы әҙ тәьмин ителеүселәрҙең кеҫәһенә һуғасаҡ. Ә инде пошлина кешенең хеҙмәт хаҡына ҡарап түләтелһә, бер хәл. Хәҙер бит барыбер беҙ бай һәм ярлыға айырылып бөттөк. Әйткәндәй, 2013 йылдың икенсе кварталында Мәскәүҙә 22137 ғаилә рәсми теркәлгән, 11122 пар айырылышҡан. Уйланырлыҡ та шул.
Ярай, был турала һүҙҙе күп сурытырҙар әле. Иң мөһиме, йәмәғәтселеккә “мөн-йөргә” һөйәк ырғытылды.
Ҡаҙна әрме яғына
“ауышҡан…”

Илдә бюджеттың хәле шәптән түгел икәнен Дмитрий Медведев айырым-асыҡ белдерҙе. Ул федераль ҡаҙнаның көс структуралары яғына әҙерәк “ҡыйшайыуын” танырға мәжбүр.
Премьер-министр белдереүенсә, Рәсәй һуңғы 10 – 15 йылда армияны ҡораллан­ды­рыу­ға аҡса бүлмәгән тиерлек. Шуға ла әле обо­ронаға бюджеттың ярайһы ғына өлөшө тотонола. Әммә гел былай бармаясаҡ, ҡаҙна киләсәктә мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, фәнгә лә аҡсаны мул бүләсәк. Шулай тине Хөкүмәт башлығы. Ышанайыҡ та ҡуяйыҡ, йәмәғәт.
Рәсәйҙең бюджет сығымдары киләһе йылға арыу ғына ҡыҫҡара. Шул иҫәптә әрме тирәләй ҙә. Мәҫәлән, хәрбиҙәрҙең эш хаҡын арттырыу бер аҙ туҡталыуы ихтимал. Ҡоралландырыу программаһының бер өлөшөн 2016 йылдан һуң бойомға ашырыу күҙ уңында тотола. Сығымдарҙы кәметеү кәрәк, ни өсөн тигәндә, иҡтисад үҫеше темптары һүлпәнәйҙе. Ана, АҠШ Президенты Барак Обама мартта ҡаҙна сығымдарын мәжбүри рәүештә ҡыҫҡартырға указ сығарҙы ла хәҙер хеҙмәт хаҡының биш процентын (Обама әфәнде йылына 400 мең доллар ала, беҙҙеңсә, 13 миллион һум самаһы инде) ай һайын бюджетҡа ҡайтарып барырға ҡарар иткән, имеш. Шуның менән ул эш хаҡтары кәмегән йә үҫмәй ҡалған дәүләт хеҙмәткәрҙәренә теләктәшлек белдерә икән.
Ысынлап та, Рәсәйҙә иҡтисади хәл-торош яҡшы түгел. Финанс министрлығына 2014 – 2016 йылға бюджетты үҙгәртергә тура килде. Ә эксперттар, әгәр властар бер нәмә лә эшләмәһә, хәл контролдән сығасаҡ, тип иҫкәртә. Моғайын, беҙҙең етәкселек эште быға уҡ еткермәҫ. Әлегә бюджет проекты раҫланған. 2014 йылда уның килем өлөшө 13,569 триллион һум булһа, сығым 13,96 триллион һум тирәһе ҡаласаҡ. Сығымдарҙың кәмеүе, үрҙә әйткәнсә, оборона сығымдарының ваҡытын күсереүгә, хәрбиҙәр һәм чиновниктарҙың эш хаҡы артыуын туҡтатыуға, пенсияның тупланма өлөшөн нулгә тиңләштереүгә лә бәйле.
Макроиҡтисад анализы һәм ҡыҫҡа ваҡытлы күҙаллау үҙәге эксперты Елена Пенухина билдәләүенсә, әле беҙҙең Финанс министрлығы һайлаған бюджет моделе нефть хаҡына иҫәпләнгән. Әле “ҡара алтын” арзанаймай, шуға ла ҡаҙнаны яңыса үҙгәртеңкерәү мөһим.
М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты доценты Олег Буклемишев бик ҡыйыу һәм теүәл фекерен еткереп дөрөҫ эшләй. “Бюджетты яңы системаға һалыу бер ҙә юҡтан түгел, ә үткән йылдарҙағы бушҡа ышаныу, үтәй алмаҫлыҡ вәғәҙәләр, нигеҙһеҙ артыҡ инвестиция проекттары өсөн яуап биреү ул”, – ти иҡтисадсы. Уныңса, иҡтисадта артыҡ оптимист булыу кәрәкмәй.
Етмәһә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май указдарын” үтәү мөһимлеге бар. Хәтерләйһегеҙҙер, 2012 йылдың яҙында Владимир Владимирович ил башлығы вазифаһына өсөнсөгә килеп ултырғас, байтаҡ указ­ға ҡул ҡуйғайны. Улар “елле” генә сығымдар талап итә. Бигерәк тә ил оборонаһына триллион һумлап аҡса түгеү тирәләй бәхәстәр тынмай. Кәрәкме шундай ҙур сығым, юҡмы?

Кемгә ышанырға?

Иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев та милли иҡтисадтың 2008 йыл менән сағыштырғанда ла бик насарайыуын таный. РФ Дәүләт Думаһында уҙған “хөкүмәт сәғәте”ндә етәксе: ”Минеңсә, бындай хәл-торош беҙҙә көрсөктән һуңғы биш йылда булғаны юҡ”, – тип белдергән.
Әммә ни тиклем күп яуаплы кеше бар – фекерҙәр ҙә шул тиклем айырыла. Хөкүмәт вице-премьеры Ольга Голодец, мәҫәлән, 2050 йылға тиклем социаль бурыстар буйынса ҡыйынлыҡтар килеп сыҡмаясағын әйтә. Бында һүҙ Владимир Путиндың баяғы “май указдары”н үтәү тураһында бара. “Беҙҙең социаль бурыстарҙы тәьмин итеү планына килгәндә, тулы ышаныс бар. Улар оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән, беҙ 2018 йә 2020 йылды ғына күҙ уңында тотмайбыҙ, ә бөтөн фараз­лау­ҙар 2050 йылғаса ҡаралған”, – тигән Голодец ханым ”Рейтер” агентлығына интервью биргән саҡта. Тимәк, вәғәҙәләр үтәүҙе бер өс тиҫтә йыл дауамында көтөргә тейеш булабыҙмы инде?
Йәнә бер фекергә күҙ һалыу урынлы булыр. РФ финанс министры урынбаҫары Татьяна Нестеренко журналистарға белдереүенсә, хөкүмәт дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, хәрбиҙәргә, судья һәм прокурорҙарға эш хаҡын өс йыл буйына арттырмай торорға теләй. Иҫәпләп сығарыуҙарынса, был ҡаҙнала киләһе йылда уҡ 31 миллиард һумды, 2015 йылда – 152, 2016 йылда 127 миллиард һумды экономияларға мөмкинлек бирәсәк.
Ошо тирәлә һандарға, теүәлерәге, һумдар­ға туҡталып киткәндә лә ярай. Рәсәй статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылдың беренсе ярты йыллығында федераль дәүләт органдары чиновниктарының уртаса эш хаҡы 69,4 мең һум булған. Был, 2012 йылдың шул осоро менән сағыштырғанда, 20 процентҡа юғары күрһәткес. Төбәк түрәләренең уртаса эш хаҡы иһә 32,3 мең һумға торошло. Әлбиттә, һәр йомартлыҡтың да сиге була. Шул мәл етте, буғай. Һәр хәлдә, хөкүмәттең ниәте бар, уны нисек тормошҡа ашырырҙар...
Финанс министры Антон Силуанов элегерәк чиновниктарҙың һанын ике тапҡырға кәметеү кәрәклеге тураһында ла күп һөйләне. Бында ул эштән ҡыҫҡартыуҙы түгел, ә ведомстволар хеҙмәткәрҙәрен дәүләт чиновнигы тигән рангынан төшөрөүҙе күҙ уңында тотто. Дәүләт хеҙмәткәре статусы бүлек мөдире урынбаҫары һәм унан юғары вазифаларға ғына бирелергә тейеш.

Пенсия ҡаҙнаға “бәхет”
килтерәме?

Рәсәй хөкүмәте Финанс министрлығының пенсияның тупланма өлөшөн нулгә тигеҙләү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Был сара­лар­ҙан һуң ҡаҙнала киләһе өс йылда 350 миллиард һум самаһы аҡса экономияланасаҡ икән. Граждан йә алты процент тупланма өлөшөнә риза була, йә нуль процентҡа. Ә буласаҡ пенсияһына ҡарата бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итмәүселәрҙе (русса “молчуны” тигән атама бирелгән) ниңә дәүләт ҡайғыртырға тейеш?
Был тәңгәлдә халыҡ әллә ни аңлайышлы мәғлүмәт тә алмаған, буғай. Кеше үҙенең буласаҡ пенсияһы менән ҡыҙыҡһынырға тейештер ул. Ә властар пенсия системаһы нескәлектәрен аңлатырға ашыҡмай. Әлбиттә, шуныһы ла бар – страховка компоненты яҡшымы, йә тупланмамы, тип кешегә тәғәйен генә кәңәш биреп булмай, һәр кемгә үҙ аллы ҡарар ҡабул итергә тура килә. Бөгөн, тик үҙеңә генә ышанырға кәрәк, тигән фекер ҙә таралған.
Глобалләштереү институты директоры, иҡтисадсы Михаил Делягин, мәҫәлән, тупланма өлөштө нулгә тигеҙләүгә ҡырҡа ҡаршы. Был осраҡта бөтөн пенсия ла тигеҙ буласағын белдерә ул. Кем нисек, ниндәй эштә эшләүгә ҡарамаясаҡ, йәнәһе.
Беҙҙә бит шулай – “юғарыла” тәүҙә ҡарар сығаралар, унан һуң ғына халыҡтың фекерен һорайҙар. Һөҙөмтәлә барыбер үҙҙәренсә эшләйҙәр. Ҡаҙна тирәләй ҙә халыҡ бер ни әйтә алмай инде. Яҡшы ат кеүек башты болғап торорға тура килә. Уныһын ғына булдырабыҙ.

Әйткәндәй

Дмитрий Анатольевич тураһында һөйләгәс, шул иҫкә төштө. Иптәштәр, “ҡышҡы ваҡыт”ты һағынаһығыҙмы? Ике йыл йәшәнек тә баһа унһыҙ! Бына хәҙер беҙҙең депутаттар, йәғни Дәүләт Думаһы парламентарийҙары ошо мәсьәләне тағы “һөйрәп сығармаҡсы”.
Думаның Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты башланғысы менән күтәрелгән был проблема. Беҙгә “ҡышҡы ваҡыт”, бәлки, кире ҡайтарылыр ҙа. Берәүҙәр шул ваҡыттың кәрәген кешенең сәләмәтлеген ҡайтыртыуҙан әйтһә, кемдер Сочи Олимпиадаһы яҡынлашыуын сәбәп итә. Сәғәт теленең күсеүе Олимпиа­даны ҡарауға уңайлы буласаҡ икән.
Рәхмәт инде Премьер-министрға депутаттарға ҡарарға мәсьәлә “бүләк” иткәнгә!










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы