RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ваҡытында килеп, ваҡытында китә белергә кәрәк

27.01.2012 Ваҡытында килеп, ваҡытында китә белергә кәрәк

Шундай бер мәғлүмәт күҙемә салынды әле: баҡһаң, Рәсәйҙә йәшәүселәр иң тәү сиратта тишек торбаларҙан ҡурҡа икән. Юҡ, урамда ятҡандарынан түгел (улар­ға, әгәр кәрәкһә, «айыу майы һөртөргә» лә була), ә күп ҡатлы йорттарҙа көн итеүселәрҙе фатир­ҙарҙағы һыу йә йылытыу торбаларының тишелеү мөмкинлеге борсой.
Страховка агентлыҡтары белгестәре һүҙҙәренсә, шәхси йорттарҙа йәшәүселәр иһә янғынды иң хәүефлеһе тип һанай.
«АльфаСтрахование» компанияһының аналитика үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең илдә торлаҡ, башлыса, һыуҙан ҡаза күрә (барлыҡ бәхетһеҙ осраҡтар­ҙың 60 проценты). Икенсе урында, үрҙә телгә алғанса – янғын арҡаһында килтерелгән зыян (15 процент). Тағы ла һандарға бер аҙ туҡталғанда, фатирҙарға сит кешеләр­ҙең килтергән зыяны 7,1 процент менән иҫәпләнә, тәбиғәт катаклизмдарынан – 5,1, йәшендән – 0,4, төрлө агрегаттар йә ҡорамалдарҙың шартлауынан һәм осоусы объекттарҙан – 0,3, террор­ҙан – 0,1 процент.
Ни тиһәң дә, һыу ҙа, ут та ҡурҡыныс. Уйлай китһәң, хәүеф аяҡ аҫтында. Шулай ҙа бөгөн йыш ҡына: «Бүренән ҡурҡмайым, кешенән ҡурҡам», − тигәнде лә ишетергә тура килә. Әй, беҙҙәге үҙенсәлекле халыҡты күпме генә һаҡ булырға өйрәтмә, барыбер уттың да, муттың да ҡорбанына эләгеп торалар.

«Шалт» – аҡса бар, «ялт» – аҡса юҡ

Мәскәүҙәр ҙә асыҡ ауыҙ булыр икән?! Эшҡыуар тиклем эшҡыуарҙары, әллә ниндәй «ҡара магия»ға ышанып, төп башына ултырған. Ултыртыусылары кем бит әле – күршеләр булһа ла аптырамаҫ инең, ә Камерундан килеүселәр, имеш. Йәһәт байырға тырышыусылар тап ошо ил сихырсыларына ҡапҡан. Йәнәһе, тегеләр тылсымлы таяҡтары менән ҡағыҙҙы аҡса итә белә, беҙҙекеләргә шулайтып байырға мөмкинлек тыуҙыра. Эйе, әҙерләп ҡуйғандар, ти! Бында сихырсыларға түләгән аҡса ғына ысын булып сыҡҡан…
Бер эшҡыуарҙың 20 мең долларын 40 меңгә «әйләндереү» сеансы барғанда килеп ингән полиция хеҙмәткәре лә саҡ-саҡ сихырсылар ауына эләкмәй ҡала. Өс сәғәткә һуҙылған йырлы-көйлө ритуалда уға ябай ҡағыҙҙың, ысынлап та, 100 долларлыҡ купюраға әйләнгәнен күрһәтәләр. Аҙаҡтан ғына бер ҡатлы ир алдаҡтың серен аңлай. Ә ҡапылда аңғармағандар етерлек булып сыға шул. Белдем-белдем, анау Мәскәү янындағы Рублевка замоктарын төҙөүҙә лә тап ошо Камерун «оҫталары» ярҙам иткән инде. Юҡһа йыллыҡ декларацияларынан һинең менән минең кеүек «почти» ярлы булып күренгән эреле-ваҡлы түрәләр ҡайҙан аҡса алған, тиһең? Ундағы мөһабәт һарайға торошло йорттарҙың күбеһендә чиновниктар йәшәй, ти бит. Кем әйтмешләй, «шалт» тылсымлы таяҡ менән ҡағыҙ өҫтөнән! Һәм, рәхим итегеҙ, Фәлән Фәләныч, кеҫәгеҙҙе ҡапшап ҡарағыҙсы. Миллиондарҙы ҡайҙан алыуҙарын төпсөп һорашып, яза бирә башлаһаң, власта бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына кеше ҡалыр инеме икән? Байый белә үҙебеҙҙекеләр…
Ә Германияла, ил президенты Кристиан Вульф түбән процентҡа кредит алған, тип урамға уҡ сыҡтылар. Намыҫлы эш түгел икән был. Швейцарияла Үҙәк банк президенты ҡатынының франкыларҙы долларға күсереп, аҙаҡ тағы франкыға әйләндереп аҡсаһын күбәйтеп маташҡаны асыҡланғас, әлеге учреждение етәксеһе отставкаға киткән. Мутлыҡ ҡыла белмәй сит илдекеләр. Килеп, беҙҙекеләрҙән өйрәнһендәр.
«Труд» гәзитенең бер нисә көн элекке һанында беҙҙең билдәле олигархыбыҙ, Кариб диңгеҙендәге Сан-Бартелеми утрауы хужаһы Роман Абрамовичтың Яңы йылды ҡаршы алырға Рәсәйҙең ҙу-ур түрәләрен саҡырыуы хаҡында ла яҙып сыҡтылар. Байрам хаҡы, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, биш миллион фунт стерлингтан да артыҡҡа төшкән. Һумға әйләндереп тормайым – йәнегеҙ көйөр. Ял итә беләбеҙ. Ошо уҡ гәзиттә Чечня Президенты Рамзан ҡадировтың былтыр йәй Антальяла ниндәй шарттарҙа ял иткәнен дә телгә алғандар әле. Ул тәүлегенә 17 мең доллар торған люкс номерҙарға шәхси свитаһын, Грозныйҙың футбол командаһын – барлығы 50 генә кешене − урынлаштырған да, үҙенә «самай тура килгәнен» (өс йоҡо бүлмәһе, кинозалы, уртаһында акулалар йөҙгән аквариумлы олоғара бассейны, алтын ялатыл­ған мунсаһы булған номер­ҙы) һайлаған. Килеме тураһында декларациянан күренеүенсә, Рам­зандың хеҙмәт хаҡына тура килмәй был ял. Был теге Камерундыҡыларҙың ғына «эше». «Ялт» иткәндәр инде, рәхмәт төшкөрҙәре.
Әйткәндәй, Чечня башлығы сәйәсәттән китергә йыйыныуын да белдергән әле ул. Бына быныһы дөрөҫ. Ваҡытында килеп, ваҡытында китә белергә лә тейеш кеше.

«Владимир Путин – милли лидер, ә ҡалғандар…»

Рамзан әфәнде Путиндың тәүге турҙа уҡ еңеүенә шикләнмәй. Уның дәғүәселәренең президентлыҡҡа бөтөнләй ярамауын белдерә. Протест митингыларын ойоштороусыларҙы хатта дошмандар тип атай һәм, ҡулынан килһә, улар­ҙы ултыртып ҡуйыр инем, тип тә өҫтәй.
ҡадиров Кисловодскиҙа журналистар менән осрашыуҙа асылған һәм Чечня алдында торған барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл иткәс, сәйәсәттән матур итеп кенә китергә, үҙен ҙур ғаиләһенә бағышларға теләүен әйткән. Афарин, Рамзан! Уның белдереүенсә, республикала төбәкте етәкләй алырлыҡ абруйлы кешеләр бар. Атаһы Әхмәт ҡадиров терактта һәләк булғандан һуң 2007 йылда власҡа килгән Рамзан боевиктарҙы тар-мар итеү операцияларында әүҙем ҡатнаша, ялан командирҙары менән һөйләшеүҙәр алып бара, һуғыштан һуңғы Чечняны тергеҙеү процесын тулы ҡеүәттә эшләтеп ебәрә, донъяуи ҡанундар менән йәнәшә шәриғәттекен дә теүәл үтәй. Йыл башында хәбәр итеүенсә, әле Чечняла законһыҙ хәрби берекмәләрҙең, халыҡсан телдә әйткәндә, бандит ойошмаларының, барлыҡ ағзалары 50-нән дә әҙ ҡалған. Тимәк, республикала тормош тынысҡа әйләнәсәк.
Чечня башлығына быйыл октябр­ҙә 36 йәш туласаҡ. «Википедия» энциклопедияһында яҙылыуынса, беренсе чечен һуғышында федераль ғәскәрҙәргә ҡаршы һуғышҡан, икенсеһендә − киреһенсә. Чечня президенты именлеге хеҙмәте етәксеһе, республика Хөкүмәте рәйесе булып эшләгән. Рамзан Әхмәт улы – алты бала атаһы. 2007 йылда сираттағы бәпесе тыуғас: «Минең өсөн һәр ғаиләлә сабый тыуыуы ҙур шатлыҡ. Һуғыш тиҫтәләгән мең ғүмер­ҙе өҙҙө һәм Чечня балаларының сәләмәт, белемле, Рәсәйҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүен теләйем», − тигән. Интернет селтәрендә ҡадировтар ғаиләһенең приюттан өс малайҙы тәрбиәгә алыуы хаҡында ла мәғлүмәт булғайны. ҡыҫҡаһы, ҡадиров үҙ халҡын һан яғынан арттырыуға тос өлөш индергән. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре лә чечендарҙың күбәйеүен күрһәтә.
Бына шулай, төбәк башлыҡтарын һайлап ҡуйыуҙы ҡабаттан тергеҙеү хаҡында закон проекты телгә алыныу менән байтаҡ етәксе, бәлки, ултырғысында тертләп тә ҡуйғандыр, һәр хәлдә, берәү ҙә китергә теләгәнен әйтмәй ине. Рамзандан һуң кем батырсылыҡ итер икән тағы?

Ә был ваҡытта…
Сит илдәрҙә лә ниндәйҙер әһәмиәтле ваҡиғалар булып ята.
Ил башлығы вазифаһында оҙа-а-аҡ ултырып, былтыр АҡШ менән НАТО тырышлығында бәреп төшөрөлгән һәм язалап үлтерелгән Ливия лидеры Муаммар Каддафи яҡлылар һаман бирешергә теләмәй, буғай. Был аҙна башында шундай бер төркөм Бани-Вәлид ҡалаһын баҫып алған. «Әл-Ғәрәп» телеканалы журналистары хәбәр итеүенсә, баш күтәреүселәр яҡшы ҡоралланған булыу арҡаһында Күсмә милли советтың хәрбиҙәрен ҡаланан ҡыуа алған һәм бар ергә Каддафи режимын һынландырған йәшел флагтар ҡаҙап сыҡҡан. Дөрөҫөн әйткәндә, Бани-Вәлид халҡының күпселеге аҙаҡҡаса Муаммарға тоғро ҡалған.
Ә Францияла парламентҡа тәҡдим ителгән ҡыҙыҡлы бер закон проекты хупланған. Документта һүҙ әрмән геноцидын инҡар итеүселәрҙе енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу хаҡында бара. Кем дә кем геноцид булмағанын раҫларға маташа, бигерәк тә Ғосман империяһындағы 1915 йылғы геноцидты (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, был ваҡытта миллион ярым әрмән үлтерелгән), бер йылға төрмәгә ябыла һәм 45 мең евро штраф түләй. Сенат сығарған закон Николя Саркозиҙың ҡултамғаһы ҡуйылыу менән ғәмәлгә инәсәк. Шул айҡанлы Франция һәм Төркиә араһы киҫкенләште. Француздар аптырашта ҡалды: шулай булмайынса, илдә бит төрөктәр менән әрмәндәр һаны тигеҙ тиерлек. Ни булыр икән? Төрөк диаспораһы демонстрацияға ла сыҡҡан, Төркиә властары үҙенең Франция­лағы илсеһен саҡырып ҡайтар­ған…
Ғөмүмән, аралары һыуынған илдәр арта бара шикелле.

Әйткәндәй

Евросоюз илдәренә Ирандан эшкәртелмәгән нефть, нефть химияһы продукцияһы һатып алыу тыйылды. Быға тиклемге килешеүҙәр 2012 йылдың 12 июленәсә ғәмәлдә ҡаласаҡ. Шулай уҡ әлеге илгә Евросоюзға ҡараған илдәрҙән сәнәғәт өсөн ҡорамалдар, технологиялар сығарыу ҙа, Ирандың нефть химияһы предприятиеларына инвестициялар һалыу ҙа, хеҙмәттәшлек итеү ҙә рөхсәт ителмәй. ҡаршы санкциялар Ислам республикаһының Үҙәк банкына, һигеҙ дәүләт корпорацияһына ла ҡағыла. Бынан нимә көтөргә ҡала? Хәҙер Иран, алдан вәғәҙәләгәнсә, Ормуз боғаҙын ябасаҡмы? Быға ҡаршы АҡШ нимә тигәйне әле? Бер нисә көн элек ҡушма Штаттарҙың «Авраам Линкольн» авианосецы (90 берәмек авиатехника һыйҙырышлы), боғаҙҙы уңышлы ғына үтеп, Фарсы ҡултығында урынлашты инде. Уға тиҫтәгә яҡын хәрби карап, ракета крейсеры, ике «эсминец» та эйәргән булған. Бынан тыш, арттарынан Бөйөк Британия менән Францияның да берәр хәрби-диңгеҙ карабы килгән. Хәйер, был илдәрҙең караптары ҡултыҡта гел була, ә бына бергәләп Ормуздан үтеүе ни тураһында һөйләй?










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы