RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Фукусима ағыуы беҙгә килеп етерме?

09.04.2011 Фукусима ағыуы беҙгә килеп етерме?

Япония АЭС-ында радиациялы һыуҙы океанға ағыҙҙылар
Япониялағы ер тетрәүгә ҡояштағы ғәләмәт ҙур шартлауҙар сәбәпсе, тип фаразлай Рәсәй ғалимдары. «ҡояштағы был «хәлдәр» 10 мартта төнгә ҡарай була, ә иртәгәһенә Японияла – фажиғә», – ти Рәсәй Фәндәр академияһының Геоэкология институты лабораторияһы мөдире Александр Жигалин. Бәлки, был шундай теүәл тап килеү генәлер. ҡояш йоғонтоһомо, юҡмылыр, әммә ер тетрәү ҡазаһы оҙаҡ йылдарға һуҙыласаҡ.
Катаклизм һөҙөмтәһендә Япония ҙур юғалтыу­ҙар кисерҙе: күпме кешеһе һәләк булды, матди зыянды һанап та бөтөрөрлөк түгел (хөкүмәт әлегә 190 – 310 миллиард доллар тип һанаған). Хатта территориаль юғалтыуҙар ҙа бар. Ғөмүмән, заман цивилизацияһы тарихында был һәләкәт иң ҡиммәте кеүек.
Етмәһә, «Фукусима» атом электр станцияһындағы шартлау илдәге хәлде тағы ла ҡатмарлаштырҙы. АЭС тирәләй хәбәрҙәр күңелде өшөтә. «Фукусима – 1» әле һаман «ҡайнай», радиация менән ерҙе, һауаны, һыуҙы зарарлай. Уның нигеҙенән ағып сыҡҡан һыу йод, цезий, плутоний, полоний кеүек матдәләр менән ағыуланған. Тымыҡ океанға аҡҡан был һыуҙы туҡтатырға маташып та ҡарағандар. Тәүҙә барлыҡҡа килгән тишеккә онтаҡ, ҡағыҙ һәм полимер тултырғандар, әммә файҙаһыҙ булған. Хәҙер иһә диңгеҙгә составында радиация норманан 100 тапҡыр ашҡан 11,5 мең тонна һыуҙы махсус ағыҙалар, урынына, имеш, тағы ла көслөрәк ағыулы һыуҙы тултырмаҡсылар. Үлемесле һыу 300 км радиуста океанда таралып, быуға әйләнеп, һауа аша кешеләрҙең үпкәһен нурландырасаҡ. Һәм, рәхим итегеҙ, онкологик сирҙәр «шашасаҡ». Тымыҡ океанда тотолған балыҡтар аша кешегә радионуклидтар ҙа «килеп етәсәк».
Шулай итеп, япон атом электр станцияһы реакторҙары күп йыл тирә-яҡ мөхит өсөн дары мискәһе буласаҡ. Белгестәр аңлатыуынса, атом шартлауҙары булмаһын тип, реакторҙарға һыу тултырылған, ваҡыт үтеү менән төпкә тоҙ ултыр­ған. Хәҙер иһә улар йылылыҡ үткәреүсе булараҡ «эшләй», шул сәбәпле реакторҙа температура 1200 градусҡа етә. Һыуыныу процесының бер нисә йылға һуҙылыуы мөмкин, радионуклидтар таралмаһын өсөн станцияны бетон саркофаг менән ҡапларға кәрәк (Чернобыль һәләкәтенән һуң нәҡ шулай эшләгәндәр), ти тикшеренеүселәр.
Донъя океанына ағыҙылған һыуҙағы зарарлы матдәләр кеше организмы өсөн үтә хәүефле. Мәҫәлән, радиациялы йод ҡалҡан биҙенә йоғонто яһай, ә бына цезий менән стронций тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Улар яртылаш тарҡал­һын өсөн генә лә 30 йыл самаһы ваҡыт кәрәк. Стронций һөйәккә үтеп инһә, мәңгегә шунда ҡаласаҡ. Плутоний үпкәгә «урынлашып», яман шеш барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Уның ярым тарҡалыуына 26 мең йыл талап ителә. Полонийға үҙ-үҙен бөтөрөүгә 138 көн етә, әммә ошо ваҡыт эсендә ул күҙәнәктәрҙе йә үлтерергә, йә мутацияларға өлгөрә.
Япониялағы ер тетрәү глобаль производство сынйырының иң юғары технологиялы звеноларын «өҙҙө». Был ил йыл һайын башҡаларға суммаһы 100 миллиард долларға еткән ышаныслы электрон изделиелар һәм деталдәр һата. ҡайһы бер категориялар буйынса донъя баҙарында шундай продукцияның өлөшө 60 процент самаһы. Күп осраҡта япон комплекттарын алмаштырыуы мөмкин дә түгел. Һәләкәттән һуң төрлө тармаҡта проекттар, етештереүҙәр туҡталыуы бар. Сөнки Японияла әле сәнәғәт туҡтал­ған тиерлек. Мәҫәлән, барлыҡ автозаводтар ҙа эшләмәй, тимәк, был илдән яңы машина ғына түгел, хатта запас частар көтөү ҙә бушҡа. Һәр хәлдә, май – июнь айҙарында был мөмкин түгел. «Ҙур ете» (G7) илдәре Японияға ярҙам итергә тырыша ла ул, тик әллә ни килеп тә сыҡмай шикелле. Радиация хәүефе арҡаһында халыҡ-ара транспорт компаниялары порттарға, аэровокзалдарға юлды япҡан. Илдә электр энергияһы дефициты ла килеп тыуған. Март ваҡиғалары Японияның эре етештереү ҡеүәттәрен ҡытайға, Көньяҡ-көнсығыш Азияға күсереүҙең яңы тулҡынын башлаясаҡ, тип тә фараз итәләр. Япония компаниялары былай ҙа үҙ продукцияһының биштән бер өлөшөн сит илдә етештерә.
Фажиғә киң ҡоласлы. Әммә япондарҙың илһөйәрлеге, тәртибе, түҙемлеге ваҡиғалар­ҙың ыңғай үҫешенә лә өмөтләндерә. Был катаклизм илдең яңы иҡтисади «һикереш»енә булышлыҡ итеүе лә мөмкин. Шуныһы ла бар: Япония тура мәғәнәһендә һыу аҫтына «китеп бара», ер тетрәү һөҙөмтәһендә яр буйҙары, унлаған ҡала биләмәһе бер метр тирәһенә һыуға батҡан. Артабан да ошолай дауам итмәҫ тимә. Ул сағында инде һан яғынан Рәсәйҙән әллә ни ҡалышмаған япондар Курил утрауҙарын тағы ла ныҡышыбыраҡ талап итә башлаясаҡ.

Әйткәндәй

Ошо көндәрҙә Нижегородка өлкәһендә атом электр станцияһы төҙөү тирәләй ҡыҙыу бәхәстәр бара. Быға тиклем дә күп кенә йәмәғәт ойошмалары ҡаршылыҡ акциялары ойошторғайны, әле ошондай саралар тағы үткәрелгән.
Экологтар, АЭС урынына альтернатив ҡоролма ҡуйырға мөмкин, тип белдерә. Голландияла, мәҫәлән, һәр ерҙә ел тирмәндәре эшләй. Атомсылар иһә, Японияла АЭС һәләкәте бөтөнләй икенсе сәбәптән барлыҡҡа килгән, «Фукусима» иҫке станция, хәҙер бөтөнләй башҡаса АЭС-тар төҙөлә, тип бәхәскә үҙ нөктәһен ҡуймаҡсы. Был бәхәстәргә, протестарға әсе сатира элементын өҫтәүселәр ҙә бар: станция төҙөләсәк Навашин районынан бер эшҡыуар үҙ сауҙа нөктәһенә «Нижегородка тауарын ал, әлегә АЭС юҡ – экологик яҡтан таҙа» тигән плакат та элгән, имеш.
Нисек кенә булмаһын, АЭС тиһәң, халыҡтың сәсе үрә тора. Беҙ ҙә шул халыҡ иҫәбендә – Ағиҙел ҡалаһында ҡасандыр туҡтатыл­ған АЭС төҙөлөшөн дауам итмәкселәр. Әлләсе, быға тиклем беҙҙә атом станцияһы булмаһа ла, йәшәнек бит әле...

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы