RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » 20 мартҡа Сибай карьеры шахталарына һыу тултырылырға тейеш - Радий Хәбиров

29.01.2019 20 мартҡа Сибай карьеры шахталарына һыу тултырылырға тейеш - Радий Хәбиров

20 мартҡа Сибай карьеры шахталарына һыу тултырылырға тейеш, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етәкселеге карьерҙа ут сығанаҡтарын бөтөрөү өсөн карьерға һыу тултырырға ҡарар итте. Ҡала бына бер нисә ай инде эндоген процестарҙан яфалана.


Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры Йәүҙәт Биккинов һүҙҙәренсә, эштәр 1 февралдә башлана, һыу тултырыу процесы бик мөһим һәм техник яҡтан ҡатмарлы.

«410 мең кубометрға һыу тултырырға кәрәк, көн һайын 10 мең кубометр ғына биреү мөмкинлеге бар. Быға 1,5-2 ай талап ителә», — тине ул.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты планына ярашлы, һыу биреү 8 февралдә башлана, ошо ваҡытҡа техник быуа әҙер булырға тейеш.

«Хәл күпкә ҡатмарлыраҡ булып сыҡты, 1 февралгә эштәрҙе тамамлай алмайбыҙ, әлбиттә, — тип һығымта яһаны Радий Хәбиров. — 20 мартҡа шахта һыу аҫтында ҡалырға тейеш. Ошо ваҡытҡа беҙ һәйбәт һөҙөмтә көтәбеҙ. Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты менән саралар планын, юл картаһын төҙөй. Һуңынан карьер менән нимә эшләргә кәрәклеген этаплап, аҙымлап хәл итеү, айырым кәңәшмә үткәреү зарур. Комбинаттың эшмәкәрлеге дөрөҫ булыр тип уйлайым».

Радий Хәбиров билдәләүенсә, 1 февралгә тиклем ҡала хакимиәте көсәйтелгән режимда эшләүен дауам итергә, хәлде контролдә тоторға һәм халыҡҡа мәғлүмәт еткерергә тейеш.




Автор: ИА "Башинформ"
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: bashinform.ru






Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы