RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Киләһе йылдар ил өсөн хәл иткес буласаҡ”

02.03.2018 “Киләһе йылдар ил өсөн хәл иткес буласаҡ”

“Киләһе йылдар ил өсөн хәл иткес буласаҡ”
РФ Президенты Владимир Путин йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Башта уҡ ил етәксеһе РФ Федераль Йыйылышына быйылғы Хатты ғәҙәти түгел тип билдәләне. “Мөрәжәғәтнамә айырым әһәмиәткә эйә. Беҙ йәшәгән осорҙо иҫәпкә алғанда, һәр аҙымыбыҙ мөһим, һәр һайлауыбыҙ әһәмиәтле, сөнки илебеҙ яҙмышы унар йылдарға күҙаллана”, – тине Президент.
Әйткәндәй, Владимир Путин сығышында үҫеш йүнәлештәренең, яңырыш юлдарының бер йә бер нисә йылға ғына түгел, ә унар йылға булыуына баҫым яһаны. Шуныһы иғтибар­ға лайыҡ: Президент ҡоралланыу кимәленә лә ҙур урын бирҙе.
Түбәндә – Мөрәжәғәтнамәнән өҙөктәр.

Артта ҡалмаҫҡа
– Беҙ ҙур, ябай булмаған үҙгәрештәр, ҡатмарлы иҡтисади һәм социаль янауҙар аша үттек. Илдең берҙәмлеген һаҡлап ҡалдыҡ, азат һәм үҙ аллы юлыбыҙҙа тотороҡло демократик йәмғиәт булараҡ нығындыҡ. Беҙ йәшәйештең бөтә өлкәһендә лә тотороҡлолоҡҡа ирештек, әммә тотороҡлолоҡ нигеҙ була ала, ә артабанғы үҫешкә гарантия бирмәй. Проблемалар етерлек. Технологик революцияның ғәйәт ҙур мөмкинлектәрен нисек файҙаланыуыбыҙ бары үҙебеҙҙән тора. Киләһе яҡын йылдар беҙҙең өсөн хәл иткес буласаҡ.
Технологик үҙгәрештәр тиҙлеге үтә лә йылдам. Һәм ул үргә йүнәлгән. Кем ошо технологик тулҡынға эләгә, шул ғына алға бара. Артта ҡалыу кеше потенциалын да көсһөҙләндерә. Беҙ күптән әҙер, ябай булмаған, әммә ныҡ кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итергә тейешбеҙ. Уны эшләмәйбеҙ икән, беҙҙең дә, балаларыбыҙҙың да, илебеҙҙең дә киләсәге юҡ. Беҙ ысын “һикереш”кә әҙер.

Фәҡирҙәрҙе кәметергә
– Беҙҙең өсөн нимә өҫтөнлөклө булырға тейеш? Ҡабатлайым: үҫештең төп факторы – кешеләрҙең именлеге, ғаиләләрҙең етеш йәшәүе.
2000 йылда 42 миллион кеше фәҡирлектә көн иткән, хәҙер – 20 миллион тирәһе. Киләһе алты йылда ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеү тураһында уйларға тейешбеҙ. Бының өсөн хеҙмәт хаҡын йыл һайын тотороҡло үҫтереү мөһим.

Кеше һанын арттырырға

– 2017 йылда хеҙмәткә яраҡлылар һаны миллион самаһына кәмегән. Был иҡтисади үҫеш өсөн кәртә булып тора. Әле беҙҙең алдағы бурыс – киләһе ун йыллыҡта Рәсәйҙә халыҡ һанын тәбиғи арттырыуҙы тәьмин итеү. Беҙҙең демография сәйәсәте үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. “Әсәлек капиталы” ваҡытын оҙайттыҡ, тәүге, икенсе һәм өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтелә. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн льготалы ипотека бар. Шулай уҡ балалар поликлиникаларын яңыртыу программаһы әҙерләнде. Хәҙер балалар баҡсалары һәм яслиҙар проблемаһын хәл итергә кәрәк.
Киләһе алты йылға демографияны үҫтереү сараларына, әсәлекте һаҡлауға 3,4 триллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.

Ғүмерҙе оҙонайтырға
– Беҙ пенсия күләмен арттырыуға ирешергә тейешбеҙ. Һәм, әлбиттә, өлкәндәргә медицина һәм социаль хеҙмәт күрһәтеү сифатын күтәреү, яңғыҙ ҡарттарға булышлыҡ итеү бурысына етди иғтибар итәсәкбеҙ.
Ғүмер оҙонлоғо – илдең һәм уның граждандарының именлеге күрһәткесе ул. 2000 йылдарҙа 65 йәш кенә ине, ирҙәрҙеке хатта – 60. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә ғүмер оҙонлоғоноң үҫеш темпы донъяла иң йылдамы һанала. Әле был күрһәткес – 73 йәш. Был ғына әҙ. Яҡын киләсәктә беҙҙең ил “80 плюс” клубына ингән илдәр рәтендә ышаныслы торорға тейеш.

Торлаҡлы итергә
– Үҙ йортоң булыуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлайым. Былтыр өс миллион кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, ә хәҙер беҙгә күрһәткестәрҙе тағы ла күтәрергә, йылына биш миллион кешенең торлаҡлы булыуын тәьмин итергә кәрәк.
Ипотека ставкаһын ете процентҡаса төшөрөү мәсьәләһен ҡарау ҙа мөһим. Граждандарҙың килемен күтәреү, ипотека ставкаларын төшөрөү, торлаҡ баҙарында тәҡдимдәрҙе күбәйтеү – былар торлаҡлы булыуға мөмкинлек биреүсе төп шарттар.
Бөгөн илдә йылына уртаса 80 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлә. Беҙгә яңы аҙым­ға күсеү мотлаҡ, ниәт – киләһе яҡын йылдарҙа 120 миллион квадрат метр төҙөү. Өлөшләтә түләп төҙөүҙән (долевое строительство) әкренләп проектлы финанслауға күсеү кәрәк.
Мөлкәт һалымының да ғәҙел булыуы шарт.

Юлдар төҙөргә
– Ҡала һәм ҡасабалар үҫһен, эшлекле бәйләнештәр артһын өсөн Рәсәйгә заманса коммуникациялар кәрәк. Ҡырым күперен сафҡа индереү шул төбәкте үҫтереүгә булышлыҡ итһә, ҡеүәтле Евразия транспорт артерияларын һалыу ҙа тотош илде үҫтерәсәк. БАМ, ТрансСиб магистралдәре бик мөһим. Тиҙҙән Владивостоктан илдең иң көнбайыш нөктәһенә йөк контейнерҙары ете көндә барып етә аласаҡ.
Төньяҡ диңгеҙ юлы Арктиканы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. беҙҙең Арктика флоты донъяла иң ҡеүәтлеһе һәм шулай ҡаласаҡ та.
Төбәктәрҙәге аэропорттарҙы үҫтереү күҙаллана. Алты йылдан төбәк-ара рейстар­ҙың яртыһы туранан-тура осош яһаясаҡ. Йәғни күп яҡҡа Мәскәү аша осоу үткәндә ҡаласаҡ.
Киләһе йылдарҙа автомобиль юлдарын төҙөү һәм төҙөкләндереүгә 11 триллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Сәләмәтлекте һаҡларға
– 2019 – 2024 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә йыл һайын тулайым төбәк продуктының (ВВП) дүрт процентын йүнәлтеү кәрәк. Әммә беҙ биш процент кимәленә ынтыласаҡбыҙ.
Әлбиттә, хеҙмәт хаҡын күтәреү ҙә күҙаллана. Иң төпкөлдә йәшәүселәргә лә тәүге ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге киңәйәсәк. 100-ҙән алып 2000-гә тиклем кеше йәшәгән урындар­ҙа ике йылда ФАП-тар төҙөлөргә, ә 100-ҙән кәм кеше йәшәгән ауылдарҙа мобиль медицина комплекстары булдырылырға тейеш.
Сирҙе иҫкәртеү – мөһим бурыс. Онкологик ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеү буйынса махсус программаны ғәмәлгә ашырырға тәҡдим итәм.

Ҡоралланырға

– Рәсәй стратегик ҡорал эшләү йәһәтенән ныҡлы аҙымдар яһаны. Беҙҙең арсеналда юғары төҙлөктәге гипертауышлы ҡорал бар. “Кинжал” самолет ташыусыһы сафта. Сикләнмәгән алыҫлыҡҡа оса алыусы “Сармат” ҡитға-ара баллистик ракетаһын һынау башланды. Сикләнмәгән радиуслы иң заманса ядро энергетика установкаһы ҡуйыл­ған ракета уңышлы һыналды. Юғары тиҙлекле пилотһыҙ һыу аҫты кәмәләре эшләнә. Ҡанатлы ракеталар өсөн блогы булған “Авангард” комплексын сериялы етештереү башланды.
Беҙҙең ҡорал бер кемгә лә йүнәлтелмәйәсәк, ул бары илде оброналау өсөн ҡулланыла. Эйе, Рәсәйҙең идеаль ҡоралы бар. Донъяла оҡшашы юҡ.

Әйткәндәй
Владимир Путиндың был Мөрәжәғәт­намәһе видеослайдтар менән дә оҙатылып барҙы. Дәүләт башлығы ниәттәр тураһында һөйләгәндә һүҙҙәрен аныҡ күрһәткестәр менән дәлилләне. Президент ил аграрийҙарына рекордлы уңыш өсөн рәхмәт белдерҙе, белем алыу темаһына ентекле туҡталды, бынан тыш, экологияға ҡағылышлы эштәрҙең һәр ваҡыт өҫтөнлөклө булыуын билдәләне.
Быйылғы Мөрәжәғәтнамә башҡаларынан күләм яғынан ҙурыраҡ ине. Тимәк, алға ҡуйыл­ған бурыстар ҙа, күҙаллауҙар ҙа күберәк.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы